Бының өсөн 326 йомортҡа, 30 килограмм маргарин һәм 23 килограмм аҡ май, 60 килограмдан ашыу ҡуйыртылған һөт, бер центнер самаһы он ҡулланылды. Ашнаҡсыларҙың эш процесын “Рәсәй рекордтар китабы” эксперты Александр Пересвет күҙәтеп, һөҙөмтәне теркәп барҙы. Рекорд ҡаланың 60 йыллығын байрам итеү сиктәрендә ҡуйылды.
Фото: www.bashinform.ru.