Вадим Владимирович Вольфсон – Мәскәү мәғариф музейы етәксеһе, коллекционер, китаптар реставраторы. Ул Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына үҙенең боронғо уйынсыҡтар йыйылмаһын тәҡдим итәсәк. Күргәҙмәлә батша ғаиләһенең раритет уйынсыҡтарын – цесаревич Алексейҙың паровозын һәм һалдаттарын, Совет осоро уйынсыҡтарын, өҫтәл уйындарын, конструкторҙарын күрергә мөмкин. Бик ҡыҙыҡлы буласаҡ!
Фото: vk.com.