Ҡуҙы
Малайҙарға: дуҫтарың менән осрашыу, бергә ваҡыт үткәреү өсөн шәп осор!
Ҡыҙҙарға: яңы танышыуҙар көтөлә, хыялдарың да тормошҡа ашыр.
Буға
Малайҙарға: бар нәмә һинең тырышлыҡтан торасаҡ.
Ҡыҙҙарға: йондоҙҙар туғандарыңа ваҡыт бүлергә кәңәш итә, бәлки, ярҙамың кәрәктер.
Игеҙәктәр
Малайҙарға: үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтөлә.
Ҡыҙҙарға: һиңә көнләшеүселәр бар, һағыраҡ!
Ҡыҫала
Малайҙарға: яңы кешеләр менән аралашыуҙар ваҡыты.
Ҡыҙҙарға: шәп егет менән танышып дуҫлашып китерһең, бәлки.
Арыҫлан
Малайҙарға: үҙеңдең һәләтеңде күрһәтһәң, барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Ҡыҙҙарға: яңы идеялар килеп сығыр, әхирәттәрең араһында абруйың артып китер.
Ҡыҙ
Малайҙарға: ҡасандыр биреп тә, үтәлмәгән вәғәҙәләрең ҡалҡып сығыуы бар...
Ҡыҙҙарға: ооо, офоҡта мөхәббәт күренә түгелме?
Үлсәү
Малайҙарға: яҡын араға пландар төҙөп ҡуй, үҙеңдең яҡшы яҡтарыңды ғына күрһәт.
Ҡыҙҙарға: күптән көтөлгән яҙмыш бүләге килер.
Саян
Малайҙарға: эске һиҙемләүгә таянып эш ит.
Ҡыҙҙарға: оһо, һинең тормошоңда яңы этап, ҙур үҙгәрештәр!
Уҡсы
Малайҙарға: үҙеңә оҡшап етмәгән кешеләр менән аралашма – насар тамамланыуы бар.
Ҡыҙҙарға: ижад итеү, йорт эштәре менән булышыу өсөн яҡшы аҙна.
Кәзәмөгөҙ
Малайҙарға: ниңәлер, күптәр һиңә ҡаршы кеүек, шулай ҙа борсолма.
Ҡыҙҙарға: ғаилә ағзаларына иғтибар бүл, мәҫәлән, кискелеккә тәмлекәс бешереп ашат.
Һыуғояр
Малайҙарға: дуҫтарыңа терәк булырға тура килер.
Ҡыҙҙарға: ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр хәл итеүҙән башың сыҡмаҫ.
Балыҡ
Малайҙарға: аҡыллы булыуың күп ситуацияларҙа ярҙам итер.
Ҡыҙҙарға: романтика, йылылыҡ көтә, уны туғандарыңа, ғаилә ағзаларына үҙең дә ойоштора алаһың.