-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
2 Октябрь 2023, 22:00

Октябрь айына йондоҙнамә

Ҡуҙы ♈. Хаталар эшләп ташлама. Уйланмаған ваҡиғалар көтөлә. Берәй файҙалы танышлыҡ та булыр кеүек. Һаулығыңа иғтибар ит! Әтеү вирус йөрөй. Йәнә йондоҙҙар һәр хәлдә үҙеңде тыныс тоторға ҡуша.

Октябрь айына йондоҙнамә
Октябрь айына йондоҙнамә

Буға . Яҡындарыңа иғтибар бүл. Тап ғаилә ағзалары һәм дуҫтарың һиңә илһам сығанағы булып торор. Спорт менән шөғөллән – ауырыуҙар һағалап ҡына тора.

Игеҙәктәр . Барыһы ла үҙ яйы менән тыныс бара, һине яратып ҡына торалар. Хатта ниндәйҙер кимәлдә әпәүләйҙәр ҙә, шикелле. Үҙең дә ялҡып китеүең бар. Мәктәптә үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәтә алырһың.

Ҡыҫала . Үткән айҙы иҫеңә төшөр, һығымталар яһа. Барыһы ла яҡшы булыр. Яңы танышлыҡтар көтә. Уҡыған ереңдә иғтибар үҙәгендә булырһың.

Арыҫлан . Үҙеңде бөтә яҡлап һаҡла! Һаулығыңа иғтибар бүл. Бар нәмәне уйлап эшлә. Ғаилә ағзаларың ҙур терәк булып торор.

Ҡыҙ . Гел башҡаларға ярҙам итеп тик йөрөйһөң, үҙеңә лә ваҡыт етте түгелме? Ял ит, күңел ас, сараларға йөрө. Кәйефең күтәрелеп китер.

Үлсәү . Хәтәр сюрприздар көтә һине! Уйламағанда сәйәхәткә сығырһың. Тағы ла ғаиләң менән ваҡыт күңелле уҙыр.

Саян . Уйламай эш итә күрмә. Былай ҙа ниндәйҙер конфликт сығырға торған һымаҡ. Тыныс һәм иғтибарлы булһаң, барыһы ла еңел хәл ителер.

Уҡсы . Һин үҙеңә ниндәйҙер мажара эҙләйһең. Бер үк нәмә ялҡытып киткән кеүек. Тойғоларға бирелмә. Лутсы яҡшы ғына ял ит, дуҫтарың менән күреш.

Кәзәмөгөҙ . Яҡындарың һинең ярҙамыңа мохтаж. Ғаилә байрамдары ла сығырға тора. Тимәк, был айҙа гел туғандарыңа иғтибар кәрәк.

Һыуғояр . Ох, ҡыҙыҡлы һәм ваҡиғаларға бай ай килә! Элекке дуҫтарың шылтыратыуы бар. Ярҙам һорарҙар. Ҡаршы килмә.

Балыҡ . Шәхси тормошоң да, уҡыуың да, һаулығың да зарланырлыҡ түгел. Шулай ҙа арыған кеүекһең. Яңы шөғөл тап йә сағыу кейем һатып ал.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: