Уҡыусылар төрлө халыҡтар йолалары менән танышты. Айырыуса башҡорттарҙың боронғо көнкүрешенә иғтибар бирҙеләр: тирмә ҡоролошон, ҡурай һәм милли кейем үҙенсәлектәрен яҡындан белделәр.
Башҡортостан символикаһын ҡабатлау файҙаға ғына булды. Батырыбыҙ Салауат Юлаев тормошона байҡау яһалды. Шулай уҡ башҡорттарҙың ни өсөн төньяҡ амурҙары тип аталыуына төшөндө балалар. Уның да үҙ тарихы бар икән!
Викторина һорауҙарына яуап биреп, республикабыҙҙың ете мөғжизәһе хаҡында фильм ҡарап та өлгөрҙөләр. Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Анна Гаврилова музей хеҙмәткәрҙәренә уҡыусылары исеменән ҙур рәхмәт еткерҙе.
Фото: vk.com.