Буға ♉. Дуҫтарыңа асылып бармайһың, ә был айҙа серҙәр бүлешеп, күңел бушатып алыу ҡамасау итмәҫ. Яңы шөғөлөң ныҡ ылыҡтырыр, ул һиңә табыш килтерә башлауы ла ихтимал.
Игеҙәктәр ♊. Танышыуҙар, аралашыуҙар, сәйәхәттәр, шатлыҡтар миҙгеле. Ижад итеү өсөн дә уңайлы мәл. Һаулығыңды нығытырға онотма.
Ҡыҫала ♋. Үҙгәрештәр көтөлә. Яҡшы яңылыҡтар ишетерһең. Шулай ҙа күбеһе үҙеңдән тора.
Арыҫлан ♌. Йыл аҙағынаса тамамларға тейеш эштәреңдең исемлеген төҙө. Яңы йылға яйлап бүләктәр ала башлаһаң да була. Ай уҡыуҙа ла, өйҙә лә уңышлы булыр.
Ҡыҙ ♍. Арыу тойорһоң. Әҙерәк ял итеп ал. Киләһе йылға маҡсаттар ҡуй. Ниндәйҙер сәйәхәткә сығыу йәки яңы шөғөл табыу вәғәҙәләй йондоҙҙар. Һаулығыңды ҡараштыр.
Үлсәү ♎. Эске һиҙемләүеңә таянып эш ит. Һығымталар яһа, маҡсаттар билдәлә. Насар уйҙарҙы үҙеңдән ҡыу. Дуҫтарың менән осрашыу файҙаға булыр.
Саян ♏. Көн режимы, тормошоңдағы өйрәнелгән тәртип – ошолар һиңә маҡсаттарыңа ирешергә ярҙам итер. Теләһә нәмәгә борсолма, һаулығыңды уйла. Тыныс музыка тыңла.
Уҡсы ♐. Хыялланыуҙан туҡта, аныҡ бер нәмәгә ынтылһаң, яҡшыраҡ булыр! Һуңғы арала иғтибарһыҙыраҡһың. Уҡыу ҙа, ижад та үҙ емештәрен бирер.
Кәзәмөгөҙ ♑. Ай башында күңелһеҙлектәр тыуыуы ихтимал. Борсолма, тиҙҙән хәл ителер улар. Түҙемлерәк бул. Яңы йылға әҙерлекте башларға ла мөмкин
Һыуғояр ♒. Дуҫтар менән осрашыуҙар, сәйәхәттәр, байрамдар айы. Онотолоп китеп, һаулығыңа иғтибар итмәй торма. Витамин булһа ла эс!
Балыҡ ♓. Уңыш һинең эргәңдә генә, тотоп өлгөр! Ижади һәләтең асылып китер. Саф һауала күберәк йөрөргә кәңәш ителә.