E (EDGE – Enhanced Data rates for GSM Evolution) – иң ябай тоташтырыу төрө. Уның максималь тиҙлеге – секундына 474 килобит. Мессенджерҙарҙа аралашырға мөмкин, әммә селфи ебәреп булмай.
3G – өсөнсө быуын элемтә стандарты. Ул секундына 2 мегабит мәғлүмәт тапшыра ала. Бындай бәйләнеш менән дуҫтарға тауышлы хәбәр һәм фотолар ебәрә алаһың. Әгәр “загрузка”ны көтөргә әҙер булһаң, яратҡан тапшырыуыңды ла ҡарарға була, әммә сифаты аҡһаясаҡ.
H һәм H+ (HDSPA һәм HSPA+) 3G-ға ҡарағанда яҡшыраҡ. Әммә күптәр киреһенсә уйлай һәм уларҙы 2,5G тип атай. Был бәйләнеш тиҙлеге – секундына 14,4 һәм 42,2 мегабит. Социаль селтәрҙәрҙә рәхәтләнеп ултырып була.
4G йәки LTE (4G+, LTE+) – дүртенсе быуын элемтә технологиялары. Мәғлүмәттәрҙе йөкләүҙең уртаса тиҙлеге – секундына 20 мегабит. Музыка тыңлау, ҙур ҡушымталарҙы телефонға күсереп алыу, яҡындарыңа яҡшы сифатлы тауыш менән шылтыратыу өсөн ҡулай.
5G – иң яңы тоташтырыу сараһы. Уның төп үҙенсәлеге – секундына 600 мегабиттан 2 гигабитҡаса тиҙлек. Фильмдар ҡарарға, көсһөҙ генә компьютерҙа ла онлайн уйнарға мөмкин.
Фото: yandex.ru.