-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
20 Ноябрь 2023, 11:03

Ҡыш бабай резиденцияһы ҡайҙа урынлашасаҡ?

Икенсе һорау: ул ҡасан асыла? Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев был һорауҙарға яуап бирҙе.

Ҡыш бабай резиденцияһы ҡайҙа урынлашасаҡ?
Ҡыш бабай резиденцияһы ҡайҙа урынлашасаҡ?

Ҡыш бабай иле быйыл Ленин исемендәге майҙанда, “Азимут” ҡунаҡханаһы алдындағы скверҙа урынлашасаҡ. Резиденцияны асыу тантанаһы 24 декабргә көндөҙгө дүрткә планлаштырылған.

“Яңы йыл майҙансығы үҙгәрәсәк, боҙ фигуралары, иллюминациялар, уйын майҙансыҡтары күберәк буласаҡ, — тип яҙа мэр. – Ҡунаҡтарға инеү һәм сығыу өсөн айырым ишектәр эшләргә ҡарар иттек”. Әйткәндәй, байрамға Бөйөк Устюгтан төп Ҡыш бабай ҙа килә.

Ҡышҡы тылсымсы һәм уның ярҙамсылары кескәйҙәрҙе 25 – 29 декабрҙә – көндөҙгө дүрттән киске һигеҙгә, 30 декабрҙә — төшкө ун икенән киске һигеҙгә, ә Яңы йыл көнөндә төшкө ун икенән төнгө икегә тиклем ҡабул итә.

Каникулдар ваҡытында теләгән һәр кем Өфөләге Ҡыш бабайға 12:00 – 21:00 сәғәт арауығында бара ала. 9 ғинуарҙан иһә резиденция 16:00 – 20:00 сәғәттәрҙә эшләй.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: