

“Был электрон таблола беҙҙә донъяға килгән балаларҙың һаны реаль ваҡытта күрһәтелә. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Шулай итеп, Өфө халҡы перинаталь үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән бергә һәр сабый өсөн шатлана ала”, — тип аңлатты баш табип. Бөгөн счетчик 250 мең 107 һанын күрһәтә. Иҫәп 1977 йылдан алып барыла.