Игеҙәктәр ♊. Конфликтҡа инмәҫкә тырыш, барыһы менән дә яҡшы мөнәсәбәттә бул. Үҙеңә бүләктәр яһа, кәйефең күтәрелер. Яңы мөмкинлектәр тыуырға тора.
Ҡыҫала ♋. Был айға алдан пландар төҙөп ҡуйыу ҡамасауламаҫ. Өйөңдө таҙартып, негатив энергияны сығарып ал. Яҡындарыңа иғтибар бүл.
Арыҫлан ♌. Декабрь – тәгәрмәстәге тейен кеүек йүгерә торған ай, арыу тойорһоң. Бөтә эштәреңде теүәлләп ҡуй. Үҙеңдең һаулығыңа һәм тышҡы ҡиәфәтеңә иғтибар ит.
Ҡыҙ ♍. Яңы танышыуҙар күп булыр, тик һәр береһенә асылып барма. Йыл аҙағына бигерәк арып киттең, үҙеңә ял бир.
Үлсәү ♎. Дуҫтарың менән йыш осрашырға тура килер. Ниндәйҙер мөһим танышлыҡ та булыр һымаҡ.
Саян ♏. Күптән хыялда йөрөгән маҡсаттарың тормошҡа аша башлаясаҡ. Һаулығыңа иғтибар бүл – саф һауала күберәк йөрө.
Уҡсы ♐. Маҡсаттар ҡуйыу осоро. Бер нисә эшкә бер үк ваҡытта йәбешмә. Ял да ҡамасау итмәҫ.
Кәзәмөгөҙ ♑. Бар нәмәгә өлгөрөргә тырышаһың, етәр, туҡтап тор! Башҡаларға уңайлы булһын өсөн үҙеңдең хыялыңдан баш тартып торорға ла тура килер һымаҡ. Яңы шөғөл табыу өсөн яҡшы мәл.
Һыуғояр ♒. Һаулығың борсоуы бар. Яңы маҡсаттар ҡуйыу осоро. Яҡындарың менән һүҙгә килмәҫкә тырыш.
Балыҡ ♓. Үҙеңә оҡшамаған хәлдәр хаҡында ҡағыҙға яҙып, был проблемаларҙан сығыу юлын эҙлә. Дуҫтарың менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн һәйбәт осор. Өйөңдө йыйыштыр, яңы йылға әҙерлән.