Һорауға Өфө ҡалаһының экология-биология үҙәге директоры Әлфиә Ҡаһарман ҡыҙы ҺӨЙӨНДӨКОВА яуап бирҙе.
Япраҡлы «юрған»
Бик күп бөжәктәр кипкән үлән, ҡойолған япраҡ йәки серек ағас төптәрендә ҡышлай. Әгәр ҡышҡыһын серек япраҡтарҙы әйләндерһәң, аҫтында йоҡлап ятҡан күп күсмәкәйҙәрҙе күрергә мөмкин.
Һалҡын көндәр етеү менән һағыҙаҡтар һәм иңкештәр ояларын ҡалдырып китә. Улар ағас төптәрендә йәки ҡайыр аҫтында ҡышлай. Ҡуңыҙҙар ағас тамырҙары араһында йәки серек бүрәнә эсендә һыуыҡтан йәшеренә.
Йылы «шәл»
Йәй биҙәктәре – күбәләктәр көндәр һалҡынайыу менән үлеп бөтә. Ә бына киләһе йыл күбәләккә әйләнәсәк ҡарышлауыҡтар бирешмәй. Уларҙы һыуыҡтан үҙҙәре үргән ау һаҡлай. Йылы «шәл»гә төрөнгән ҡарышлауыҡтарҙы ҡурсаҡ тип атайҙар.
Ҡышҡы өй
Ҡыш ҡарҙы һыпырып ҡырмыҫҡа иләүен ҡараһаң, унда бер ҡырмыҫҡаны ла тапмаҫһың.
Эшһөйәр бөжәктәрҙең ҡышлай торған урыны ер аҫтында, бик төптә урынлашҡан. Бындай тәрәнлектә ер ҡышҡыһын туңмай, шуға ла унда йылыраҡ. Туңып үлмәҫ өсөн ҡырмыҫҡалар бер-береһенә ныҡ итеп һыйынып йоҡлай.