+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
15 Декабрь 2023, 15:00

Хайуандар хаҡында ҡыҙыҡлы факттар

Аҡ айыу – иң көслө һәм хәүефле йыртҡыстар­ҙың береһе, әммә шул уҡ ваҡытта ул бик матур ҙа. Шуныһы ғәжәп: үҙе аҡ ҡына булһа ла, тиреһе ҡара икән. Йөнө лә, баҡтиһәң, аҡ түгел, ә үтә күренмәле.

Хайуандар хаҡында ҡыҙыҡлы факттар
Хайуандар хаҡында ҡыҙыҡлы факттар

***

Юлбарыҫтың йөнөн ҡырғас, ул бары­бер ҡара һыҙыҡлы булып ҡаласаҡ, сөнки тиреһе лә буй-буй һүрәтле.
***
Крокодилдарға ҡарау менән ҡурҡыныс булып китә, шулаймы? Тик был мәғлүмәтте уҡығас, үҙҙәрен ҡыҙғанып та ҡуйырһығыҙ әле: улар телдәрен һу­ҙып сығара алмай. Уға ҡыйын түгелме икән?
***
Мөгөҙморондоң мөгөҙө һөйәктән тора, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул. Һөйәк һымаҡ ҡаты булһа ла, ул бер-береһенә ныҡ тығыҙ итеп йәбешкән ҡылдарҙан тора.
***
Ҡайһы бер хайуандар ҡышҡылыҡҡа йоҡоға тала бит инде. Ә бына йылан хатта өс йыл буйы уянмай ята ала. Һинең иң күбе нисә сәғәт йоҡлағаның бар?
***
Бал ҡортон иң ҡупшы бөжәк тип атар­ға мөмкин, сөнки ул һәр саҡ үҙе менән «тараҡ» йөрөтә. Алғы боттарындағы ҡаты йөндәр, ысынлап та, тараҡҡа оҡшаған. Нәҙекәйбил улар менән мыйыҡтарын таҙартып һәм «тарап» тора.
***
Яҡты донъяла бер генә көн йәшәй алған күбәләктәр тураһында ишеткәнең бармы? Улар бөтөнләй ашамай, сөнки ауыҙҙары юҡ. Шулай ҙа йәлләргә ашыҡмағыҙ: балағорт саҡтарында был күбәләктәр ике-өс йыл йәшәй һәм бик күп ашай икән.
***
Баҡа һыуҙы эсмәй, ә тиреһе аша һеңдерә.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: