+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
15 Декабрь 2023, 17:00

Тубырсыҡҡа ни булған?

Әйҙәгеҙ, тубырсыҡтың асыла һәм ябыла торған ғәҙәтен өйрәнәйек. Бының өсөн ошондай тәжрибә үткәрергә була.Беҙҙең ике тубырсыҡ бар ине, икеһе лә ныҡ итеп асыл­ғайны. Береһен һыуға һалдыҡ.

Тубырсыҡҡа ни булған?
Тубырсыҡҡа ни булған?

Өс сәғәттән һыу­ҙағыһы тулыһынса ябылды. Ни өсөн ул шулайтты?
Сәбәбе бына ниҙә: тубырсыҡ һауаның дымлылығына ҡарап асыла һәм ябыла. Тышта ҡоро булһа, эсендәге орлоҡтарын ел осороп алып китһен өсөн тырпайып тора. Ямғыр йә ҡар яуыр алдынан ул йомолоп, орлоҡтарын дымдан һаҡлай.
Дуҫтар, тышта йөрө­гән саҡта һеҙ ҙә ағас­тағы тубырсыҡтарға иғтибар итегеҙ әле. Кү­ҙәтһәгеҙ, был хаҡта беҙ­гә лә яҙып ебәрегеҙ.

Тубырсыҡҡа ни булған?
Тубырсыҡҡа ни булған?
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: