0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
15 Декабрь 2023, 13:00

Ҡырмыҫҡаларыма ҡурай уйнайым

«Формикарий» тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ бармы? Ҡырмыҫҡалар өсөн террариум була ул. Ике йыл элек миңә формикарий, бер инә һәм 15 ябай ҡырмыҫҡа бүләк иттеләр. Ошо ваҡыт эсендә бөжәктәрем ун тапҡырға күбәйҙе. Хәҙер мине фермер тип атарға ла була.

Ҡырмыҫҡаларыма ҡурай уйнайым
Ҡырмыҫҡаларыма ҡурай уйнайым

Ҡырмыҫҡаларҙы күҙәтеүе бик ҡыҙыҡ! Уларҙың нисек йәшәгәнен сәғәттәр буйы ҡа­рап ултырырға мөмкин. Бә­ләкәй генә булһалар ҙа, үҙҙәре көслө, аҡыллы һәм эшһөйәр. Берәүҙәре йомортҡаларҙы һаҡлай, икенселәре бала ҡырмыҫҡаларҙы ашата, өсөнсөләре йәшәгән урындарын сүп-сарҙан таҙарта, иң көслөләре һунар итә.
Тағы ла ҡырмыҫҡалар – хәстәрлекле йән эйәләре. Ара­ларынан берәүһе яраланһа, уны ташламайҙар, киреһенсә, ул һауыҡҡанға тиклем эргәһенә ризыҡ ташыйҙар.
Егәрле бөжәктәр бер ай буйы ашамайынса йәшәй ала. Һауыттарына етерлек һыу ҡойоп китһәң, оҙаҡҡа үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырып торорға мөмкин. Улар шәкәрле һыу, орлоҡтар, ваҡ итеп туралған тауыҡ ите, йәшелсә-емеш, бөжәктәрҙе ярата.
Яңыраҡ бер тикшеренеү үткәрҙем: ҡырмыҫҡаларға ҡурайҙа уйнағайным, улар шәп итеп йүгерешә башланы. Көйҙө оҡшатып, бейеп киткәндәр, тип уйлайһығыҙмы? Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ҡырмыҫҡаларҙың ҡолағы булмаһа ла, улар ҡаты әйберҙәге вибрацияны яҡшы тоя.

 

Динислам НУРМӨХӘМӘТОВ,
II «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге
20-се башҡорт гимназияһы.

Ҡырмыҫҡаларыма ҡурай уйнайым
Ҡырмыҫҡаларыма ҡурай уйнайым
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: