Был ҡыҙыҡлы һәм уникаль шәхес төрлө телдәрҙе өйрәнә, үҙе лә башҡаларға өйрәтә. Башҡорт, татар, сыуаш, төрөк, тажик, инглиз телдәрен һыу кеүек эсә. Ысын полиглот!
“Йәншишмә”не уҡыусы хөрмәтле балалар һәм үҫмерҙәр!
Мин – Юто Хисияма. Японияла башҡорт телен өйрәнәм һәм өйрәтәм. Барығыҙҙы ла етеп килеүсе яңы йыл менән ысын күңелдән ҡотлайым. Киләһе 2024 йыл барыбыҙға ла уңыштар һәм бәхет алып килһен!"