+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
29 Декабрь 2023, 12:00

Иң ҙур уңыштарыбыҙ...

Халыҡ-ара саралар уҙғарылды, сит илдәрҙән күп ҡунаҡтар килде. Рәсәй кимәлендә төрлө өлкәләрҙә үҙебеҙҙе күрһәттек. Иң төп ваҡиғаларға байҡау яһайыҡ әле.

Иң ҙур уңыштарыбыҙ...
Иң ҙур уңыштарыбыҙ...
  1. “Китап-байрам” 6 ил вәкилдәрен йыйҙы. Ул хәҙер йыл һайын майҙа үтәсәк.
  2. “Әйҙә уйнарға” фестивалендә 25 миллион кеше булған! Бөтә илдән билдәле артистар, алып барыусылар, ижади коллективтар килде. Ә күпме уйынсыҡ һатылды!
  3. Августа Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан көндәре гөрләне. 115 меңдән ашыу кеше беҙҙең мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт менән танышты.
  4. Мәскәүҙә барған күргәҙмәлә Башҡортостан экспозицияһы ла бар. Уны 12 апрелгә тиклем ҡарарға була. Йыһан карабы формаһында эшләнгән стенд күптәрҙең иҫен китерә.
  5. Рәсәй төбәктәре һәм Беларусь республикаһы форумы ла гөрләп уҙып китте. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Өфөнө иң матур ҡалаларҙың береһе тип атаны.
  6. Яңы рекордтар ҡуйылды. Баш ҡалала донъялағы иң ҙур ҡыҫтыбый (232 сантиметрға 120 сантиметр), Рәсәйҙәге иң елле өсбошмаҡ (115x106x123 сантиметр) бешерелде.
  7. Декабрҙә тимер юлының – миллиардынсы, һауа юлының 4 миллион 500 меңенсе пассажирын сәләмләнек.

Ә һеҙгә йыл ниндәй уңыштар килтерҙе?

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: