+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
1 Ғинуар , 12:00

Яңы йыл бүләге

Беҙҙең мәктәптә шундай йола йәшәй: биҙәлгән шыршыны байрамға тиклем бер кем дә алдан күрергә тейеш түгел. Шуның өсөн дә серле, тылсымлы тойола Яңы йыл кисәһе үтәсәк урын.

Яңы йыл бүләге
Яңы йыл бүләге

Бына әле түҙемһеҙлек менән спорт залы асылыуын көтәбеҙ. Урман һылыуҡайының тәмле еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Ҡыҙ­ҙар – ҡар бөртөктәре, ә малай­ҙар йәнлек­тәр булып кейенгән. Әсәйем дә миңә марляны крахмалда ҡатырып ҡупшы күлдәк текте. Ҡатырға өҫтөнә шыршы уйынсығы ватыҡтарын теҙгәс, бик матур ҡалпаҡ та килеп сыҡты. Бер-беребеҙҙең күлдәктәрен күҙ ҡарашы менән генә сағыштырабыҙ, йәнәһе лә, кемдеке матурыраҡ, сағыуыраҡ.
Бына, ниһайәт, спорт залының ишектәре асылды. Беҙ шунда ағылдыҡ.
Әкиәт иленә килеп индекме ни! Шыршы ылыҫтарындағы ят-ят уйынсыҡтар, төрлө төҫтәр менән балҡыған уттар күҙҙең яуын ала! Мин ҡупшы­ҡай тирәләй бер-ике тапҡыр йөрөп сыҡтым, бигерәк тә әйләнеп ултырған ялтыр шарҙар хайран итте. Беҙҙең мәктәп шыршыһы – иң йәмлеһелер ул донъяла! Үҙемде урманда йөрөгән Ҡар­һылыуҙай хис иттем, бына-бына, йәнһүрәттәгесә, шаян йәнлектәр килеп сығыр төҫлө...
Беҙгә байрам линейкаһына теҙелергә ҡуштылар. Ҙур, иркен спорт залы тарайып китте – уҡыусылар шундай күп! Беҙ, беренселәр генә, етмештән ашыубыҙ.
Мәктәп директоры Яңы йыл менән ҡотланы, уҡыу алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Һуңынан барыбыҙ ҙа Яңы йыл тамашаһын ҡарарға ултырҙыҡ.
Залға аҡ һаҡаллы, алһыу битле, көр тауышлы Ҡыш бабай килеп инде. Бына ниндәй була икән ул ысын Ҡыш бабай! Ҡыҙыл толобо, аҡ быймаһы ниндәй килешле! Ниңәлер уны янымда ултырған өлкәнерәктәр үҙебеҙҙең йыр уҡытыу­сыһына оҡшатты... Әйтерһең, уҡытыусыбыҙҙың һаҡалы бар, ҡаштары ла ул тиклем ҡалын түгелсе.
Ҡыш бабай беҙҙе йырларға, бейергә саҡырҙы, бүләктәр менән тулы тоғон асты.
– Йәле, ҡыҙым, шиғыр һөйләп күрһәт! – тип бер мәл миңә табан килә башламаһынмы! Етмәһә, исемем менән өндәшә. Ҡайҙан белде икән ул? Барыһы ла миңә төбәлгән, уҡытыусыбыҙ ҙа, сыҡ, тип ишаралай.
Бөтә ҡыйыулығымды йыйып шыршы янына атланым. Аяҡтарым хатта иҙәнде тоймай, йөрәгем йыш-йыш тибә, битем уттай яна. Ҡыш бабайҙың янына барырға шөрләтә, уның эргәһендә мин бөтөнләй бәләкәс кенә күренәм.
Ҡулыма микрофонды ҡыҫып тотоп, ятлаған шиғырымды бер тында һөйләп бөттөм.
– Һай, маладис, ниндәй матур һөйләнең, – тип Ҡыш бабай ҡулыма китап тотторҙо.
Ҡәҙерле бүләкте күкрәгемә һаҡ ҡына ҡыҫып, кире урыныма ултырҙым. Минән һуң башҡалар ҙа ҡыйыуланды: бер-бер артлы сығып шиғыр һөйләнеләр, йыр башҡарҙылар. Һуңынан барыбыҙ ҙа шыршы тирәләй бейергә төштөк, күңелле йырға ҡушылдыҡ.
Минең Ҡыш бабай бүләген тиҙерәк атайым менән әсәйемә күрһәткем килде. Мәктәптән сыҡҡанда эңер төшкән ине инде. Ҡар яуып, буранлап тора. Беҙҙең өй алыҫ ҡына, бер төркөм балалар бергә атланыҡ. Бәй, ағайым минең ҡаршыма килә ята икән, сана ла алған.
– Әйҙә, ултыра һал, әсәйемдәр буран булғас, һинең арттан ебәрҙе, – тине ул.
Мин китабымды ҡулыма тотоп санала китеп барам. Ағайыма әҙерәк үпкәләп ҡуйҙым әле, күҙ ҙә һалмаған буласы Ҡыш бабайҙың бүләгенә. Татлы хыялдарға бирелеп бара торғас, йоҡлап киткәнмен, ахыры.
– Ҡайтып еттек, – тигән тауышҡа терт итеп ҡалдым. Шунда уҡ китабымды тотоп өйгә ыңғайланым. Ишектән кереү менән атайым менән әсәйемә Яңы йыл кисәһе тураһында һөйләнем. Улар ҙа минең менән бергә шатландылар, ҡыйыулығым өсөн маҡтап та ҡуй­ҙылар.
Бына ҡулымда – иң ҡәҙерле бүләк. Мин тырышып-тырмашып китаптың исемен уҡыйым, «Айгүзәлдең алтын асҡысы» тип яҙылған икән. Эй, ниндәй ҡупшы ҡыҙ төшөрөлгән уның тышына: зәңгәр күлдәктә, сәсе икенән үрелгән! Мин үҙемдең толомдарымды һыйпап ҡуй­ҙым... Ә ҡыҙҙың исеме ҡайһылай матур яңғырай – Айгүзәл! Әҙерәк кәйефем ҡырылды – миңә әллә ниндәй исем ҡуш­ҡандарсы... Ә уныҡы – хәс тә әкиәттәгесә. Эх, һеңлем булһа, Айгүзәл тип ҡушыр инем... Әсәйемдән әллә күпме һораным, илап та ҡараным, башҡаларҙы һеңле-ҡустылы итәһең, ә миңә юҡ, тип. Тик барыбер бәпес алып ҡайтмай. Үҙе эшләгән дауаханала бәп-бәләкәй сабыйҙар әллә күпме…
Китаптағы шиғырҙарҙы көн дә уҡыйым, ҡайһыларын ятлап та алдым. Тышындағы ҡыҙға һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарайым: шулай матур исемле, тыйнаҡ ҡыҙ булһаң икән ул!
...Йылдар үтте. Ҡыш бабай­ҙың Яңы йыл бүләге һаман иҫтә. Туған мәктәбемдең байрамса биҙәлгән спорт залы әле лә тылсымлылыр. Тормош серҙәренә алтын асҡыс яратыусы Айгүзәл исемле ҡыҙым да үҫеп етте.


Минира БИКӘНӘСОВА.
Ауырғазы районы.

 

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: