+2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
9 Ғинуар , 15:00

Ғинуар айына йондоҙнамә

Ҡуҙы ♈. Бар донъя – һинең аяҡ аҫтыңда, тиһәк, бер ҙә шаштырыу булмаҫ. Маҡсаттар ҡуйыу һәм уларға ирешеү өсөн яҡшы мәл. Уҡыу араһында яҡындарыңа ла иғтибар бүлергә онотма. Ғөмүмән, ғинуар – һинең өсөн үҫеш айы!

Ғинуар айына йондоҙнамә
Ғинуар айына йондоҙнамә

Буға . Сюрприздарға бай осор. Көс-дәртең ташып торор. Иғтибарлыраҡ булыу талап ителә. Үҙгәрештәргә әҙер бул: яңы шөғөлгә тотоноу йә танышыу көтөлә. Әллә ҡасандан бирле һуҙылған эшеңде лә тамамлап ҡуйырһың.

Игеҙәктәр . Һиңә мөмкинлектәр асылып ҡына торор. Бар пландарың тормошҡа ашыр. Туғандарың менән мөнәсәбәттәр ҙә яҡшы ғына. Ай файҙалы тамамланыр.

Ҡыҫала . Ваҡиғаларға бай ай. Тәүҙә ял итеп, көс йыйып ал, шунан дәртләнеп алға бар әйҙә! Осор аҙағы ижадсылар өсөн уңышлы булыр. Интуицияңа таянып эш итһәң, барыһы ла уңышлы булыр. Дуҫтар менән осрашыу, аралашыу өсөн яҡшы ваҡыт.

Арыҫлан . Тормошоңа ыңғай үҙгәрештәр килеп инер, яңылыҡтар үҙен көттөрмәҫ. Үҙең кеүек дәртле кешеләр менән танышып алырһың, бәлки, һеҙҙе берәй шөғөл берләштерер. Ижади уңыш көтөлә.

Ҡыҙ . Байрамдар ялҡытып китте, ғәҙәти тормошҡа күстең, быны һағынғайның, шулай бит? Алдағы йылға аныҡ маҡсаттар ҡуй. Яңы танышыуҙар булыр. Ай аҙағында ял итеп ал.

Үлсәү . Барыһына ла өлгөрә алмай киткән ваҡыттар, ҡаршылыҡтар булыр. Саҡ ҡына түҙемлек һәм ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итеү һәләте кәрәк. Шунда барыһы ла яйланыр.

Саян . Тормошоңда үҙгәрештәр көтөлә. Энергияңды дөрөҫ ҡулланыу мөһим. Аралашыуға һыуһағанһың, ғаилә ағзалары һәм дуҫтарыңа күберәк ваҡыт бүлеү ҡамасауламаҫ.

Уҡсы . Нимәгә тотонһаң да уңасаҡһың, көсөң күп! Таныштарың араһында лидер булырға ынтылырһың. Был килеп сығыр. Ай, ысынлап та, файҙалы үтер.

Кәзәмөгөҙ . Дуҫтарың, туғандарың менән араларҙы нығытыу өсөн шәп осор. Үҙеңде бәхетле тойорһоң. Ай аҙағында режимыңды яйға һал.

Һыуғояр . Өйҙә лә, мәктәптә лә яҡшы хәбәрҙәр генә көтә. Сюрприздар ҙа булып торор, әҙер бул. Йыл башы уңышлы көтөлә.

Балыҡ . Ҡыҙыҡлы ай. Иғтибар үҙәгендә булырһың. Шуға ла әйткән һүҙҙәреңә, эшләгән ҡылыҡтарыңа айырыуса иғтибар ит. Дөйөм алғанда, нимәнелер үҙгәртер өсөн идеаль осор.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: