Аҡыллы колонканы башҡортса һөйләшергә өйрәткән программист Айгиз Ҡунафин белдереүенсә, әлегә 40 “Һомай” әҙер. Шуларҙың алтауһын Өфөнөң – 40-сы, 75-се, Шамониндың – “Аҡбуҙат”, Баймаҡ ҡалаһының – “Айыуҡай”, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаларына һәм Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөнә тантаналы рәүештә тапшырҙылар. Февраль айында йәнә 200 колонка мәктәптәргә оҙатыласаҡ.
Йомаҡтар, йырҙар, әкиәттәр яҙҙырылған замана техникаһы – балалар ойошмалары өсөн кәрәкле ҡулланма. Кескәйҙәр тауыш ассистенты менән әңгәмә ҡороу юлы аша телебеҙҙе өйрәнә, аралашыу кимәлен үҫтерә. Әлегә колонкалар балалар баҡсаларында һыналасаҡ, артабан, әгәр ҙә табылһа, етешһеҙлектәре бөтөрөләсәк, яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырыласаҡ.