Ҡыҙыу линияға Рәсәй генә түгел, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Тажикстан балалары ла шылтыратҡан. Иң күп мөрәжәғәттәр Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән (7 мең 908), Краснодар крайынан (5 мең 987), Санкт-Петербургтан Һәм Ленинград өлкәһенән (5 мең 530), Курск (5 мең 69), Амур (4 мең 442), Төмән өлкәләренән (4 мең 437), Екатеринбургтан һәм Свердловск өлкәһенән (4 мең 147), Татарстан (3 мең 629), Удмурт республикаларынан (3 мең 503) һәм Ростов өлкәһенән килгән (3 мең 464). Башҡортостандан 2 мең 370 бала шылтыратҡан.
Ҡыҙыу элемтә телефоны аша балалар йомаҡтар сискән һәм Яңы йылға бүләккә нимә алырға теләүҙәре тураһында һөйләгән. Күберәк смартфондар һәм уйынсыҡтар һорағандар. Шулай уҡ йорт хайуандары алырға теләүселәр ҙә күп булған. Балалар үҙҙәре өсөн генә түгел, ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре өсөн әйберҙәр һорай икән. Уларға һаулыҡ, бәхет һәм күберәк ваҡыттарын бергә үткәреүҙәрен теләгәндәр.