-1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
31 Ғинуар , 14:00

Февраль айына йондоҙнамә

Ҡуҙы ♈. Ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле осор көтә. Ниндәйҙер маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлектәр буласаҡ – ҡулыңдан ысҡындырма! Һиҙемләүеңә таян.

Февраль айына йондоҙнамә
Февраль айына йондоҙнамә

Буға . Үҙ-үҙеңә ваҡыт бүлеп ал: тышҡы ҡиәфәтеңә иғтибар ит, тәбиғәткә ялға сыҡ, киноға бар... Һәр ваҡ-төйәк тормошоңа ҡыуаныс өҫтәй ала, бының ҡәҙерен бел. Ғөмүмән, февраль һинең өсөн – үҙгәрештәр осоро.

Игеҙәктәр . Энергия, оптимизм бөркөп тора һинән. Танышыуҙар булыр, дуҫтар менән аралар нығыр. Ижадсылар өсөн яҡшы ваҡыт.

Ҡыҫала . Уңыштар һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булыр. Маҡсаттарыңа табан бар, бер ҙә ҡурҡып ҡалма. Позитив кешеләрҙе яҡшы ай көтә.

Арыҫлан . Байтаҡ ҡына уңыштарың бар, аҙыраҡ ял итеп алһаң да була. Ваҡытыңды ғаиләң һәм дуҫтарың менән үткәрергә тырыш.

Ҡыҙ . Был айҙа һаулығыңа иғтибар бир. Дөрөҫ туҡланырға һәм иртәнге күнегеүҙәр эшләргә кәрәк. Шулай уҡ һиңә нимә шатлыҡ килтереүе хаҡында төптән уйлап, шуға ынтыл.

Үлсәү . Мәктәптә эштәрең ал да гөл барыр. Яңы үрҙәр яуланыр. Туғандарың, дуҫтарың менән аралашыу ҙа ыңғай тойғолар ҡалдырыр.

Саян . Элек башҡара алмайым тигән эштәргә тотоноп ҡарарға ваҡыт етте. Ҡурҡма, барыһы ла килеп сығыр! Әгәр конфликттар тыуа икән, улар тиҙ генә сиселеп торор. Ҡыҫҡаһы, уңышлы февраль тәҡдим иткән бөтә мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡал.

Уҡсы . Энергияң ташып тора, ижади һәләтең дә асылыр. Үҙеңде үҫтереү өсөн яҡшы осор: китаптар уҡыйһыңмы, яңы һөнәргә өйрәнәһеңме... Алға!

Кәзәмөгөҙ . Бер төрлөлөк ялҡытты, ниндәйҙер мажараларға әҙер булыуыңды һиҙәһең. Бәлки, ҙур булмаған сәйәхәткә лә сығырһың. Көс өҫтәлеп китер.

Һыуғояр . Борсоп торған мәсьәләне дөрөҫ сисергә тырыш. Тынысыраҡ, түҙемлерәк булыу талап ителә. Үҙгәрештәр булыр. Яҡшы яҡҡа ғына булһын.

Балыҡ . Һуңғы хәл-ваҡиғаларҙы, үҙеңдең ундағы ролеңде анализла. Яңы идеялар ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ. Ярҙам кәрәк булһа, яҡындарыңа мөрәжәғәт итеүҙән тартынма.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: