-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
20 Февраль , 16:00

Байрам төҫө – урамдарҙа

Беҙ йыш ҡына ҡулдарыбыҙ менән йөрәк һынландырырға яратабыҙ. Ул үҙенә күрә мөхәббәтебеҙҙе белдерә.

Байрам төҫө – урамдарҙа
Байрам төҫө – урамдарҙа

Өфө күренекле юбилейына әҙерләнгәндә Салауат Юлаев баҡсаһында ошондай «Йөрәк ҡулдар» барлыҡҡа килгән. Баҡсаға барыусылар уның янында фотоға төшөргә ярата.
Һуңғы осорҙа баш ҡалабыҙҙа төрлө арт-объекттар артыуы күҙгә ташлана. Мәҫәлән, Ленин урамының йәйәүлеләр йөрөй торған ерендә «Юбилей һыу­һары» тигән фотозона барлыҡҡа килгән. Уның бер хикмәте лә бар: байрамға нисә көн ҡалғанын һанап бара. Шулай уҡ ҡунаҡтар «ӨФӨ» хәрефтәре рәүешендә эшләнгән эскәмйә янында ла фотоға төшә ала.
Өфө мэры Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, Ағиҙел яры буйы ла төрлө арт-объекттар, фотозоналар менән төҙөкләндерелгән. «Сармат боланы», «Сармат алтыны – Айыу», «Ҡанаттар» тигән фигуралар баш ҡала туристарын ҡыҙыҡтырып тора.
Сергей Аксаков исемендәге баҡсаны «Бала саҡ» тигән скульптура, «Ал сәскә» исемле арт-объект, бер нисә ҡоштоң бәләкәй һындары биҙәй. Телеүҙәк янындағы майҙанда «Сулпылар» һәм «Тәҙрәләр» исемле дизайнер композициялары ла туристарҙың һәм баш ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итә. Цюрупа урамында нефть компанияһы офисы алдында торбанан ағып төшкән ҙур нефть тамсыһын күрергә мөмкин. Ул «Рәсәйҙең ҡара алтыны» тип атала. Республикабыҙҙың нефть үҙәге булыуына ишара был. Артабан «Арт» галереяһы эргәһендә «Башҡорт тирмәһе» һәм «Башҡорт сәйе» тигән композицияларҙы күрергә була. Унда халҡыбыҙҙың милли биҙәктәре төшөрөлгән сәйнүк менән балғалаҡ ҡуйылған сынаяҡ һынландырылған.
Бынан тыш, Өфө үҙәгендә туристар бинокле урынлаштырылған. Уның аша баш ҡалабыҙ урамдары ХХ быуат башында нисек булғанын күрергә мөмкин.
Тағы ла Өфөнөң тарихи үҙәгендә туристар өсөн юл күрһәткестәре ҡуйыласаҡ. Уның ярҙамында баш ҡала ҡунаҡтары Ленин исемендәге паркка, Башҡорт дәүләт драма театрына, Пушкин аллеяһына, Шайморатов һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә, Аксаков баҡсаһына, Милли музейға һәм Өфөнөң башҡа иҫтәлекле урындарына үҙ аллы бара аласаҡ.
Йәнә байрамда һәр төрлө йәрминкәләр ойоштороу өсөн мобиль павильондар, сығыштар, тамашалар өсөн сәхнәләр ҙә ҡуйыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, баш ҡа­лабыҙ үҙенең юбилейына дәррәү әҙерләнә.


М. АЗАМАТОВ.

Байрам төҫө – урамдарҙа
Байрам төҫө – урамдарҙа
Байрам төҫө – урамдарҙа
Байрам төҫө – урамдарҙа
Байрам төҫө – урамдарҙа
Байрам төҫө – урамдарҙа
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: