1.Бесәйҙәр кешеләргә мөрәжәғәт иткәндә генә мыяулай.
- Донъялағы иң популяр йорт хайуандары – эттәр һәм бесәйҙәр.
- Ата өйрәк быжҡылдай белмәй икән. Бындай тауышты тик инәләр генә сығара.
- Ғалимдар фекеренсә, беренсе йорт хайуаны боронғо кешеләр тарафынан ҡулға эйәләштерелгән ҡырағай бүре булған. Ул – эттәрҙең алыҫ олатаһы.
- Гөбөргәйелдәр – иң оҙаҡ йәшәгән йорт хайуандары. Ҡайһы бер төрҙәре йөҙ йылдан ашыу ғүмер итә.
- Тутыйғоштоң тауыш ярылары юҡ. Кеше телмәрен имитациялау һәм башҡа өндәр сығарыу өсөн улар теле менән суҡышын файҙалана.
- Францияла сусҡаларҙы һаман да ҡиммәтле трюфель бәшмәктәрен эҙләү өсөн махсус тоталар.
- Сысҡандарҙы яңғыҙ йәшәтергә ярамай: улар ҡайғыра икән.
- Аттар фотоларҙа үҙҙәрен таный.
- Ҡуяндарҙың күҙҙәре уларҙың артында нимә булғанын күрә алырлыҡ итеп ҡоролған, шул уҡ ваҡытта хайуанҡай башын бороп тормай.
- Һыйырҙар баҫҡыстан күтәрелә ала, әммә төшә белмәй.
- Өйрәктәр аҙыҡ артынан ныҡ тәрәнгә – 5 – 6 метрға тиклем сума икән.
- Эттәргә шоколадлы аҙыҡ ашарға ярамай.
- Йорт ҡуяндары бер-береһе һәм хужалары менән йәшенмәк уйнарға ярата.
- Сусҡалар өҫкә ҡарай алмай.
- Алтын балыҡтарҙың рәсми теркәлгән оҙон ғүмерлелек рекорды – 43 йыл.
- Һыйырҙарҙың еҫ һиҙеү һәләте эттәрҙекенә ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән: 8 – 10 километр аранан һиҙә.
- Сысҡандар көлә белә.
- Эттең морононда кешенең бармағындағы кеүек үк уникаль эҙҙәр бар.
Фото: ya.ru.