+1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
14 Март , 17:00

Иң ҙур ҡала

Донъялағы иң ҙур ҡала ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме, балалар?

Иң ҙур ҡала
Иң ҙур ҡала

Оаху утрауында. Гонолулу ҡалаһы һәм округы, уставҡа ярашлы, берҙәм һәм бүленмәҫ муниципаль берәмек булып тора. Шулай итеп, Гонолулу башҡа мегаполистар менән сағыштырғанда иң ҙур биләмәне биләй – 5 мең 509 квадрат километр! Уның ике проценты диңгеҙ һыуы менән ҡапланған. Ә ни бары 876 мең 156 ғына кеше йәшәй.

Донъялағы иң күп халыҡ йәшәгән ҡала булып Мумбаи (элекке Бомбей) тора: 440 квадрат километр ерҙә 12 миллион 800 мең кеше көн күрә. Уйлап ҡарағыҙ: бер квадрат километрға 29 мең 42 кеше тура килә. Әгәр эргәләге биҫтәләрен индерһәк, иң күп кеше йәшәгән ҡала Токио буласаҡ — 13 мең 500 квадрат километрлыҡ майҙанда 35 миллион 200 мең кеше.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: