-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
26 Март , 20:00

Һин әҙәплеме?

Төрлө киҫкен мәлдәрҙә үҙеңде ипле тота беләһеңме? Һинең кәңәшкә мохтаж булғандарға ҡаты бәрелмәйһеңме? Әңгәмәсеһенең күңелен уйламай тупаҫ ҡына аралашҡан кешеләр ҙә бар бит. Үҙеңде күҙәт әле.

Һин әҙәплеме?
Һин әҙәплеме?

1. Дуҫыңа шылтыратҡайның, телефонды икенсе берәү ал­ды. Һин...
А. «Бәй, был кем әле ул?» – тип дәғүәңде белдерәһең.
Б. Өндәшмәй генә трубканы һалаһың.
В. Хаталанғаныңды әйтеп, ғәфү үтенәһең.
2. Ҡунаҡта һин яратмаған ашамлыҡты тәҡдим итәләр.
А. Бындайҙы ашамауыңды әйтәһең.
Б. Хужаның һүҙен йыҡмай, саҡ ҡына ҡабып ҡарайһың.
В. Мин борослоно яратмайым шул, тип ипләп кенә баш тарта­һың.
3. Дуҫыңа барғайның, өйҙә булмай сыҡты. Кире юлда уны һөйгән ҡыҙы менән бергә осраттың. Нимә эшләрһең?
А. Туҡтап хәбәреңде һөйләй башлайһың.
Б. Сәләм бирәһең һәм һуңыраҡ шылтыратыуын үтенеп китеп бараһың.
В. Һөйләшер өсөн улар менән кире яҡҡа атлап китәһең.
4. Бер сарала һине дуҫтары менән таныштырырға теләй­ҙәр.
А. Башыңды ҡағып ҡына иҫәнләшәһең.
Б. Ә, беләм, һөйләгәйнеләр, тип өҫтәп ҡуяһың.
В. Танышыуға шат икәнеңде белдерәһең.
5. Дуҫыңа сереңде бүлешеп торғанда, тағы бер синыфташығыҙ эргәгеҙгә килеп баҫты һәм һөйләшеү темаһы менән ҡыҙыҡһына башланы икән, ти.
А. «Әллә ни иҫ китмәле хәбәр юҡ», – тиһең.
Б. «Эй, шунда, былай ғына», – тип ҡотолорға тырышаһың.
В. «Имтихандар хаҡында һөйләшә инек», – тип алдарға мәжбүрһең.
6. Таныш булмаған кеше урамда һаулыҡ һораша.
А. Ишетмәмешкә һалышаһың.
Б. Хаталаныуы хаҡында әҙәпле генә хәбәр итәһең.
В. Яуап ҡайтараһың.
7. Тыуған көн кисәһенең иң ҡыҙған мәлендә берәү ҙә белмәгән дуҫың килеп инә.
А. Берәү менән дә таныштырып тормайһың.
Б. Ҡысҡырып тороп: «Таныш булығыҙ, дуҫым Марат», – тип әйтәһең.
В. Яҡында ултырған кешеләргә генә уның исемен атайһың.

Мәрәйҙәрҙе һана. 
30 мәрәйҙән кәмерәк булһа, тәрбиәлелегең менән әллә ни маҡтана алмайһың. Күп саҡта тупаҫлығың башҡаларға оҡшамай. Һиңә үҙ-үҙеңде кеше алдында нисек тоторға кәрәклеге хаҡындағы китап тотторғо килә.
40 – 50 мәрәй йыйһаң, әҙәплелек тигән төшөнсә менән танышһың. Шулай ҙа бөтә киҫкен мәлдәрҙә лә үҙеңде дөрөҫ тота белмәйһең.
60 – 70 мәрәй йыйыусыға сәпәкәйләргә генә ҡала. Бигерәк тәртипле, әҙәпле һәм тәрбиәле булып сыҡтың.

ҺҮРӘТ: yandex.ru.

Һин әҙәплеме?
Һин әҙәплеме?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: