Буғаны ♉ һуңғы биш йылдың иң сағыу айҙарының береһе көтә, ти йондоҙҙар. Был тылсымлы осорҙа киләсәккә нигеҙ һалынасаҡ. Икенсе яҡтан, былтырғы орлоҡтар уңыш килтерергә тейеш – тырышлығыңдың һөҙөмтәһе күренер.
Игеҙәктәр ♊ нимә һайларға белмәй йонсор. Бар нәмәне ташлап, ял иткеләре килер. Әммә мәктәптә лә ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булып ҡына торор. Шуға ялҡауланмаһындар.
Ҡыҫалаға ♋ көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә кәрәк. Тыныслыҡ һөйөүсе ҡыҫалалар был осорҙа агрессорға әйләнеп китеүе бар. Хатта дуҫтары унан алыҫ тороуҙы хуп күрер.
Арыҫлан ♌ яҡшы ғына мәл көтә. Элекке пландарың, маҡсаттарың ҡабаттан актуаль булып китер. Икенсе яҡтан, ҡайһы бер өмөттәр аҡланмауы ла бар. Төшөнкөлөккә бирелмә!
Ҡыҙҙарға ♍ хыял диңгеҙендә генә йөҙөп йөрөмәҫкә ҡушыла. Уйҙарҙы тормошҡа ашырырға ынтылыу ҙа мөһим. Көндәлегеңә буласаҡ һәр аҙымыңды яҙып ҡуй.
Үлсәүҙәр ♎ үҙ һүҙле, ашығыусан, тотанаҡһыҙ булып китер. Был уларға бөтөнләй хас түгел! Тынысланырға кәрәк, юғиһә, һаулыҡҡа зыян килеүе бар.
Саян ♏. Әллә ни әүҙемлек күрһәтмәй генә үткәр был айҙы. Һинән артыҡ нәмәләр талап ителмәй, тыныс бул, теләһә нәмәгә иҫең китмәһен.
Уҡсыларҙың ♐ кәйефе шәп булыр. Етеҙ, дәртле йөрөрҙәр. Бер нисә ваҡ мәсьәләне хәл итеү ҙә быға ҡамасауламаҫ.
Кәзәмөгөҙгә ♑ кәңәш: һаҡһыҙлығың арҡаһында ниндәйҙер тоҙаҡҡа эләгеүең бар. Хатта яҡындар менән дә артыҡ аралашмаҫҡа кәңәш ителә.
Һыуғояр ♒ үҙенең теләгәнен генә эшләп маташыр, башҡаларҙы тыңламаҫ. Кем меннәдер һүҙгә килеүе лә бар.
Балыҡтарға ♓ апрель айы ыңғай үҙгәрештәр вәғәҙәләй. Барыһы ла яҡшы яҡҡа табан бара.