+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Былар ҡыҙыҡлы
3 Апрель 2024, 08:00

Икенсегә уҙасаҡ

“Китап-байрам” быйыл Өфөлә икенсе тапҡыр үтәсәк. Ул 24 – 26 майға планлаштырылған.

Икенсегә уҙасаҡИкенсегә уҙасаҡ
Икенсегә уҙасаҡ

Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыусылар был юлы ла күп булыуы көтөлә. Былтыр, мәҫәлән, 16 төбәк вәкилдәре килгәйне: Татарстан, Сыуашстан, Дағстан, Мордовия, Удмуртия, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан...

Республикабыҙ нәшриәттәре үҙ-ара көс һынашасаҡ – иң яҡшы китаптар билдәләнәсәк. Башлап ҡәләм тирбәтеүселәр ҙә үҙен күрһәтә аласаҡ. Күргәҙмәләр, әҙәби кисәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, балалар өсөн саралар һәм башҡа акциялар көтөлә.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас