-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
12 Апрель , 09:57

Йыһан хаҡында...

Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө айҡанлы серле йыһан тураһында ҡыҙыҡлы факттар йыйҙыҡ һеҙгә, йәш дуҫтарыбыҙ. Мәҫәлән, иң эҫе планета ҡайһыһы икәнен беләһегеҙме?

Йыһан хаҡында...
Йыһан хаҡында...
  1. Телескоп ярҙамында йыһанды тәүге тапҡыр күҙләгән кеше – Галилео Галилей.
  2. Тирә-йүндәге температура, дымлылыҡ һәм башҡа факторҙар үҫемлектәрҙең еҫенә лә йоғонто яһай икән. Шуға ла йыһанда рауза сәскәһе бөтөнләй икенсе төрлө еҫ бөркә. Уны япон хушбуйына ла “тултырғандар”.
  3. Йыһанда тауыш юҡ.
  4. Беҙҙекеләр иң беренсе Лайка исемле этте осороп ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кислород бөтә һәм хайуанҡай Ергә кире әйләнеп ҡайтмай.
  5. Бактериялар йыһанда 2 тапҡырға тиҙерәк үрсей.
  6. Ҡояш системаһында Айға оҡшаш 180-ләп “юлдаш” теркәлгән.
  7. Венера иң эҫе планета һанала, унда Цельсий буйынса 462 градус икән!
  8. Марста йыһандағы иң бейек тау бар. 25 саҡрымлыҡ the Olympus Mons Эверестан 3 тапҡыр бейегерәк.
  9. Ҡояш шундай ҙур, унда 1 миллион 300 мең Ер һыйыр ине.
  10. Айҙа ел юҡ, шуға ундағы эҙҙәр мәңгелеккә ҡаласаҡ.
  11. Барлыҡ планеталар ҙа аллалар исемен йөрөтә. Ерҙән башҡа.
  12. Нептун 1846 йылда асыла. Ул әлегә Ҡояш тирәләй бер генә тапҡыр әйләнеп өлгөргән. Сөнки бының өсөн 165 йыл кәрәк уға!
  13. Рәсми рәүештә йыһан Ерҙән 50 километрға күтәрелгәс башлана.
  14. 1968 йылдың 27 мартында тәүге космонавт Юрий Гагарин фажиғәле һәләк була – аныҡ сәбәптәре әлегә тиклем билдәһеҙ. Уға ни бары 34 йәш була...

 

Йыһан хаҡында...
Йыһан хаҡында...
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: