+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Май айына йондоҙнамә

Ҡуҙы ♈. Ниндәйҙер һайлау алдындаһың, дөрөҫ ҡарар ҡылыу үҙеңдән генә тора. Яңы танышыуҙар көтөлә. Ғөмүмән, эргәләге кешеләргә иғтибар ит – улар яҡшы ғына кәңәш биреүе бар.

Май айына йондоҙнамә
Май айына йондоҙнамә

Буға . Был айҙа уңыш йылмайыр. Икенсе енес вәкилдәренән дә иғтибар күп булыр. Үҙеңдең һаулығыңа ваҡыт бүлеү, имидж алмаштырыу өсөн һәйбәт осор.

Игеҙәктәр . Сюрприздар күп, тик барыһы ла күңелле түгел. Аралашыусан булыуың ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ярҙам итер. Эш, уҡыу яҡшы барыр. Кәңәш һорарға оялма.

Ҡыҫала . Алыҫ юл көткән кеүек. Тәбиғәт ҡосағына булһа ла сығып килерһең, ахыры. Мөхәббәткә әйләнер танышыу ҙа булыр. Һәләттәрең яңы үрҙәр яуларға ярҙам итер. Спорт менән шөғөлләнеү ҡамасауламаҫ.

Арыҫлан . Яңы идеялар тыуыр, аҡса эшләү мөмкинлеге килеп сығыр. Күптәнге дуҫтарыңды онотма. Стрестарға бирешеп барма.

Ҡыҙ . Элекке хаталарҙы төҙәтер өсөн һәйбәт ваҡыт. Ғүмерлек дуҫҡа әйләнәсәк кеше менән танышыу булырға оҡшай. Ябығырға теләүселәр уңыр. Йәнә ял итеү өсөн бик уңайлы мәл, ти йондоҙҙар.

Үлсәү . Өйҙән ситтә мажаралар көтә. Сәйәхәттәр, танышыуҙар... Ғөмүмән, тормошоңда үҙгәрештәр булырға тора. Бөтә нәмәгә ҡыйыу тотон. Ә нимәлер килеп сыҡмаһа – тимәк, һине яҙмыш үҙе хаталарҙан аралай.

Саян . Төрлө күрешеүҙәр уңышлы булыр. Шулай ҙа ғаилә һәм йорт беренсе планға сығыр. Һинһеҙ нимәнелер хәл итә алмайҙар, шикелле. Эштә, уҡыуҙа көнләшеүселәр етерлек, һаҡ бул, пландарың менән бүлешеп барма.

Уҡсы . Бөтәһе лә һиңә ярҙам итергә генә торған кеүек. Был яҡшы. Ваҡытыңды әрәм итмә, файҙалы шөғөлдәргә бүл. Маҡсатыңа табан бар.

Кәзәмөгөҙ . Үҙеңдең һәм башҡаларҙың теләктәре араһында мәж килерһең, нервың бөтөп китер. Ниндәйҙер конфликттарҙы хәл итергә тура килер кеүек. Кәңәш: элеккеләрҙе ҡайтарырға тырышма.

Һыуғояр . Ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Был шәхси мөнәсәбәттәргә лә, карьераға ла ҡағыла. Бар нәмәгә иғтибарлы булыуың талап ителә.

Балыҡ . Эргәңдә бәхәстәр күп булыр. Ғаиләңә иғтибар бүл. Эштә, уҡыуҙа үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәтерһең. Арып китһәң, мотлаҡ ял ит!

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: