Былар ҡыҙыҡлы
27 Май 2024, 14:00

Һыуҙағы һәм ерҙәге иң ҙур хайуандар

Ерҙәге иң ҙур хайуан – зәңгәр кит. Күптәр уны балыҡтар ғаиләһенә керетә, сөнки ул һыуҙа йәшәй. Әммә был дөрөҫ түгел.

Һыуҙағы һәм ерҙәге иң ҙур хайуандарҺыуҙағы һәм ерҙәге иң ҙур хайуандар
Һыуҙағы һәм ерҙәге иң ҙур хайуандар

Кит – диңгеҙ һөтимәре, уның балалары ла ыуылдырыҡтан сыҡмай, ә башҡа хайуандарҙыҡы кеүек үк донъяға килә. Кит балаһы көнөнә 200 литр һөт имә ала.

Зәңгәр киттың оҙонлоғо – 30 метрға, ә ауырлығы 150 тоннаға тиклем етә. Уның йөрәге – 1 тонна ауырлыҡта, ә теле – яҡынса 4 тонна! Ғәжәп, әммә бындай гигант тик ваҡ ҡыҫалалар менән генә туҡлана. Зәңгәр китҡа көнөнә 5 – 6 тонна аҙыҡ кәрәк.

Ә бына иң ҙур ҡоро ер хайуаны булып фил һанала. Уның ауырлығы – 3 тонна тирәһе.

Һыуҙағы һәм ерҙәге иң ҙур хайуандар
Һыуҙағы һәм ерҙәге иң ҙур хайуандар
Һыуҙағы һәм ерҙәге иң ҙур хайуандар
Һыуҙағы һәм ерҙәге иң ҙур хайуандар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас