-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең Ҡатыҡбай

Әсәйем мәрхүмәнең яратҡан бесәйе Ҡатыҡбай – аҡыллы ғына бесәй ул. Исеме лә хәтәр, үҙенә килешеп кенә тора. Уны ейәнсәре ҡушҡан, ҡайһы ваҡыт Кефирбай тиһәң дә, йүгереп килеп етә. 

Беҙҙең Ҡатыҡбай
Беҙҙең Ҡатыҡбай

Ике исемде лә ҡабул итә. Үҙе аҡ ҡына булғас, беҙгә тиҙ бысранған һымаҡ тойола. Шуға үҙен гел мунсала йыуындырабыҙ. Хәҙер мунса төшөр көнө, ул көтөп кенә йөрөй. Иң беренсе барып, тупһа ла көтә. Йыуынғас та, ҡайтырға ашыҡмай. Әйтәғүр, бесәйебеҙ мунсаның рәхәтлеген мул файҙалана белә! Телевизор ҡарарға ла әүәҫ, аңлаған кеше һымаҡ  оҙаҡ ҡарап ултырырға мөмкин.  Себештәргә лә – күҙ –ҡолаҡ... Әлбиттә, беҙ  ҙә уны күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, сөнки йорт хайуаны бит. Әйткәндәй, кәрәк дарыуын да, муйынында мунсаҡ кейҙереү хаҡында ла онотмайбыҙ.

Шулай, дуҫтар! Һеҙҙең дә бесәйҙәрегеҙ бармы? Булһа, яҙып ебәрегеҙ беҙгә, ҡыҙыҡлы хаттар көтәбеҙ!

Автор фотоһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: