Минең йомаҡ ҡойорға яратҡанымды белгән булараҡ, уның әйткәне хәтеремдә ҡалған:
«Өйөм арты дүрт бүре, дүртеһе лә – күк бүре.
Күтәрелде-бәрелде, ҡап уртаға ярылды…»
Йомаҡ таныш та һымаҡ, тик нимәһелер килешмәгән дә кеүек. Яуап таба алмай аҙапландым. Ике йомаҡты бергә ҡушҡан икән был шуҡ ағай, быны үҙе әйтте. Тәүге өлөшөндәге «дүрт күк бүре» өйҙөң дүрт тәҙрәһе икән, ә «күтәрелде-бәрелде, ҡап уртаға ярылды» тигән икенсе яртыһы бөтөнләй башҡа йомаҡ булып сыҡты. Яуабы – утын ярыу.
Шуға был ағайға мин дә үҙем «төҙөй һалып», бер йомаҡ әйттем:
«Ура, һуға, елгәрә, үҙе тейәп ебәрә.
Эшләүҙә лә иренмәй, үҙе күҙгә күренмәй…»
Ағай шунда уҡ «комбайн» тине лә… туҡтап ҡалды. «Нисек инде ул күҙгә күренмәһен?...»
Йомағымдың икенсе яртыһы электр тогы хаҡындағы табышмаҡтан алынғанлығын аңлап ҡалды зирәк ағай. Бына шулай итеп, йомаҡтар менән дә баш ҡаңғыртып, шаярышып алырға була икән ул.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.
ФОТО: yandex.ru.