-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәстәр өсөн викторина

Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнөнә кескәйҙәр өсөн төрлө өлкәләрҙән һорауҙар әҙерләнек. Әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә, тәрбиәселәргә мотлаҡ ярҙамы тейер! Барлығы 30 һорау бирелгән.

Бәләкәстәр өсөн викторина
Бәләкәстәр өсөн викторина
  1. Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнөн ҡасан билдәләйҙәр? (1 июнь)
  2. Балалар рәсми рәүештә нисә йәштә өлкәнәйә? (18)
  3. Күп балалы ғаиләлә нисә бала тәрбиәләнә? (3 һәм унан да күберәк)
  4. Балаларҙы инглиз телендә нисек атайҙар? (Children)
  5. Үгеҙ ниндәй төҫтө яратмай? (Ҡыҙыл)
  6. Билдәле афоризм буйынса балалар ул – ... (Тормош сәскәләре)
  7. Кем йәнһүрәттә әсәһен юғалта һәм уның янына боҙҙа йөҙөп килә? (Мамонт)
  8. Балаларҙың балалары тыуғас, уларҙың атаһы менән әсәһе кем булып китә? (Олатай менән өләсәй)
  9. Ғәҙәттә, баланың теле ниндәй һүҙ менән асыла? (Әсәй)
  10. Балаларға ниндәй йыр башҡаралар? (Бишек йыры)
  11. Йәйғорҙоң нисә төҫө бар? (7)
  12. Рәсәй флагында нисә төҫ бар? (3)
  13. Мальвинаның сәсе ниндәй төҫтә? (Зәңгәр)
  14. Светофорҙың ниндәй утына атларға ярамай? (Ҡыҙыл)
  15. Белмәҫйән (Незнайка) йәшәгән ҡала? (Сәскәле) а
  16. Мәскәүҙә ниндәй майҙан бар? (Ҡыҙыл)
  17. Баба-Яга ҡайҙа йәшәй? (Тауыҡ аяҡлы өйҙә)
  18. Простоквашин ауылы хат ташыусыһының фамилияһы. (Печкин)
  19. Золушка балда нимәһеҙ ҡала? (Туфлиһыҙ)
  20. Әкиәттә хайуандар кемде тәрбиәләгән? (Мауглиҙы)
  21. Октябрҙән һуң ниндәй ай килә? (Ноябрь)
  22. Турист үҙе менән ниндәй сумка йөрөтә? (Рюкзак)
  23. Иң яҡшы күргән ҡош. (Бөркөт)
  24. Карапта кем ашарға бешерә? (Кок)
  25. Ниндәй ҡош бала тәрбиәләргә яраҡлашмаған? (Кәкүк)
  26. Шаҡмаҡҡа пресланған шәкәр нисек атала? (Рафинад)
  27. Кәмә йөҙһөн өсөн нимә кәрәк? (Ишкәк)
  28. Бала саҡта һыйырҙы нисек атайҙар? (Быҙау)
  29. 9 май ниндәй байрам? (Еңеү көнө)
  30. Груша, алма, бананды бер һүҙ менән атағыҙ. (Емеш)
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: