+4 °С
Ясно
VKOKМакс
Былар ҡыҙыҡлы
3 Июня 2024, 06:38

Июнь айына йондоҙнамә

Игеҙәктәр ♊. Сәфәргә сыҡһаң, бик яҡшы: йәш Игеҙәктәргә яңы тәьҫораттар кәрәк. Бай мәҙәни программа быға булышлыҡ итер.

Добавить в предпочтительные источники Google
Июнь айына йондоҙнамәИюнь айына йондоҙнамә
Июнь айына йондоҙнамә

Ҡуҙы ♈. Был балаларға һәм үҫмерҙәргә тиҫтерҙәре менән күберәк аралашыу яҡшы. Үҙеңдең фекереңде яҡларға өйрән. Дуҫтарың араһында лидер булып китеүең дә бар.

Буға ♉. Ата-әсәңдең эмоциональ ярҙамыңа мохтажһың. Улар менән серләшеп-һөйләшеп алыу һеҙгә яҡыныраҡ булырға ярҙам итәсәк.

Ҡыҫала ♋. Июндә стресс кисерергә тура килер. Юҡ, был мотлаҡ ҡот осҡос хәл тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, ниндәйҙер күңелһеҙ ваҡиғаларҙы еңеп сығырға, үҙеңде үҫтерергә мөмкинлек ул.

Арыҫлан ♌. Үҙеңдең уңыштарыңа ғына түгел, иптәштәреңдең еңеүҙәренә лә шатланырға кәрәк. Ижади лагерҙа ял итеү яҡшы булыр.

Ҡыҙ ♍. Йәштәштәрең менән рәхәтләнеп аралаш. Яңы дуҫтарың барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Үлсәү ♎. Ниндәйҙер уңышһыҙлыҡтар йә тиҫтерҙәрең менән проблемалар арҡаһында үҙ-үҙеңде баһалау менән проблемалар тыуыуы бар. Үҙеңде ҡәҙерләргә өйрән!

Саян ♏. Әгәр быға хәтлем йөрөй белмәгән булһаң, велосипедты йәки роликтарҙы үҙләштер. Ғөмүмән, спортҡа иғтибар бүл. Спорт-һауыҡтырыу лагеры бик файҙалы буласаҡ.

Уҡсы ♐. Йәш Уҡсыларҙа ижадҡа ҡыҙыҡһыныу уяныр: кемдер сигеү, һүрәт төшөрөү менән мауығып китер, икенселәр музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә башлар. Үҙеңде үҫтереү өсөн шәп мөмкинлек!

Кәзәмөгөҙ ♑. Өлкәндәр менән күберәк аралашырға тырыш. Өйҙә бергәләп тәртип урынлаштырырға, урамда йөрөргә, туғандарығыҙға барырға була.

Һыуғояр ♒. Һәләттәрең асылыр. Яңы шөғөл үҙләштерерһең. Алға!

Балыҡ ♓. Хыялый Балыҡтарға бер аҙ булышлыҡ итергә кәрәк: ата-әсәһе фантазияларын ысынбарлыҡҡа әйләндереүҙә ярҙам итһен. Йорт хайуаны алырға кәңәш итә йондоҙҙар, ул һинең яҡын дуҫыңа әйләнер.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас