Ҡыҙ – Ейәнсура районы Сәғит ауылынан. Әйткәндәй, бәләкәй блогер сюжеттарҙы ла үҙе тәҡдим итә икән. Башына идеялар килеп кенә тора. Ҡайһы ваҡытта төшөргәндә лә пландары үҙгәреп китә. Торғаны менән әртис инде үҙе. Шулай булмай ни, атаһы ла, әсәһе лә – сәнғәт буйынса белем алғандар. Атаһы Радмир Йәүҙәт улы ҡурайҙа уйнай, әсәһе – думбырала. Улай ғына түгел, нәҫелдәрендә ике яҡтан да сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр күп икән.
Уңыштар һиңә, яңы вайндарың менән ҡыуандырып тор, Айсулпан!
Фото һәм видео: aisul_pan.