-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
31 Июль , 15:02

Август айына йондоҙнамә

Арыҫлан ♌. Ҙур үҙгәрештәр осоро. Яңы мөмкинлектәр асылыр. Аҡсаңды ипләберәк тотон. Тышҡы ҡиәфәткә иғтибар бүлеү ҡамасауламаҫ. Мөхәббәт өлкәһендә уңыш көтә.

Август айына йондоҙнамә
Август айына йондоҙнамә

Ҡуҙы Яңы нәмәләргә өйрәнеү өсөн шәп осор. Ҙур ғына әйбер һатып алырһың һымаҡ. Айҙың икенсе яртыһы ижад өсөн ҡулай.

Буға . Баш ауыртыу йәки башҡа бәйле йәрәхәттәр булыуы бар, ипләп! Уңыштар һинең ҡыйыулығыңдан тора. Ай уртаһында аҡса килеүе көтөлә. Ғөмүмән, яҡшы ай. Ижади эш, ыңғай үҙгәрештәр, ремонт өсөн һәйбәт ваҡыт.

Игеҙәктәр ♊. Сәйәхәттәр, осрашыуҙар күп көтөлә, хатта арып китерһең. Яңы эштәргә тәүәккәлләп тотонһаң, барыһы ла килеп сығасаҡ. Сюрприздар, бүләктәр көтә һине.

Ҡыҫала . Бер нисә ергә ярылырҙай булып йөрөрһөң, уның ҡарауы, һөҙөмтәһе яҡшы булыр. Ныҡ арырға тырышма шулай ҙа. Спортҡа иғтибар бүл. Ай аҙағында юлға сығыуың бар.

Арыҫлан . Ҙур үҙгәрештәр осоро. Яңы мөмкинлектәр асылыр. Аҡсаңды ипләберәк тотон. Тышҡы ҡиәфәткә иғтибар бүлеү ҡамасауламаҫ. Мөхәббәт өлкәһендә уңыш көтә.

Ҡыҙ Оло йәштәге туғандарың менән мөнәсәбәттәргә иғтибар ит. Яңы таныштар файҙалы кәңәштәр бирер. Ғөмүмән, танышыуҙар тик яҡшыға ғына булыр. Тырышҡан һайын эштәрең алға барыр.

Үлсәү Юлда һаҡ булырға кәңәш ителә. Һаулығыңа иғтибар бүл. Ай аҙағында яңы белем дә эстәрһең, ял да итерһең. Ижади ҡарашлыларҙың килеме артыр, карьераһы алға барыр.

Саян . Дуҫтарың, һөйгәнең менән конфликтҡа инмәҫкә тырыш. Яңы офоҡтар асыла, белемең арта. Юлдарҙа һаҡ бул.

Уҡсы Ниндәй генә буталсыҡ хәл килеп сыҡмаһын, еңеүсе булырһың. Аҡсаңды артыҡ тәләфләмә. Үҙең хаҡында ғына түгел, туғандарың тураһында ла онотма, уларға ваҡыт бүлергә кәрәк. Ай аҙағында һөйләгән һүҙҙәреңә, эшләгән эштәреңә иғтибарлы бул.

Кәзәмөгөҙ Һаулығыңды ҡайғыртыу ҡамасауламаҫ. Яңы танышыуҙар көтөлә. Тик уларға иғтибарлы бул – һәр кешегә асылып барма. Ай аҙағына бар эштәреңде теүәлләрһең.

Һыуғояр .  Бик ҙур үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Юлдарҙа һаҡ йөрө. Һатыу-һатып алыу уңышлы. Ҡыҙыҡлы танышыу көтөлә.

Балыҡ . Ҡыйыуыраҡ бул – теләктәрең тормошҡа ашыр. Йорт, ремонт һорауҙары ыңғай хәл ителер. Яңы файҙалы ғәҙәттәрең барлыҡҡа килер.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: