-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
21 Август , 22:07

"Беҙҙә лә ат – изге хайуан"

 "Башҡорт аты" фестиваленә килгән Ольга Семёнова байрамды юғары баһаланы. Ул Якутск ҡалаһында "Кэскил" балалар нәшриәтен етәкләй.

"Беҙҙә лә ат – изге хайуан"
"Беҙҙә лә ат – изге хайуан"

 

– Фестиваль миңә ныҡ тәьҫир итте. Аттарҙың күплегенә аптыраным да, һоҡландым да. Башҡорт далаларының киңлеге, әлбиттә, ошондай ҙур байрам ойошторорға мөмкинлек бирә. Яҡуттар өсөн дә ат – изге хайуан. Беҙҙә йылҡысылыҡ киң таралған, мал һаны йылдан-йыл арта. Йылҡысылыҡ буйынса күп мәктәптәр асыла, уҡыу унда ете йәштән алып барыла. Күп кенә ауыл биләмәләрендә һыбай йөрөргә өйрәтеү менән шөғөлләнәләр. - тине Ольга ханым. – Беҙҙең республика Башлығы тарафынан булдырылған Йылҡысы көнөн билдәләү яҡшы йолаға әүерелгән. Унда шулай уҡ төрлө ярыштар, ат сабыштары үтә. Әммә "Башҡорт аты" үҙенең масштабы менән минең иҫемде китерҙе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: