-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
4 Сентябрь , 21:21

Сентябрь айына йондоҙнамә

Саян ♏. Үҙгәрештәр, үҙгәрештәр... Уҡыуҙа, эштә алға китерһең, был бөтәһенә лә оҡшамаҫ. Юл төшөп тора. Бәләкәстәргә иғтибар бүл. Ай аҙағы уңышлы буласаҡ, ти йондоҙҙар.

Сентябрь  айына йондоҙнамә
Сентябрь айына йондоҙнамә

Ҡуҙы Ижад итергә мөмкинлектәр тыуыр. Ғаиләлә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар булыуы бар, юҡ-барға яҡындарың менән һүҙгә килмә. Улар ниндәйҙер иғтибар талап итер. Күптәнге пландарҙы тормошҡа ашырып була. Айҙың икенсе яртыһында һаулығыңа иғтибар бир, ныҡ арырға тырышма.

Буға .Туғандарыңа бәйле эштәр тыуып торор. Юлға сығыу көтөлә. Танышыуҙар күп булмаҡсы, эргәңдә яңы кешеләр күренә. Ниндәйҙер дуҫың менән һүҙгә килерһең һымаҡ.

Игеҙәктәр ♊. Өйгә һәм балаларға, бәләкәйерәк туғандарыңа бәйле эштәр көтә. Ижади эштә һәм сығыш яһауҙарҙа уңыш йылмайыр. Уҡыуҙа ауырлыҡтар булып алыр һымаҡ, улар ыңғай хәл ителер.

Ҡыҫала . Мөһим осор. Уҡыу, һаулыҡ, шәхси мөнәсәбәттәреңә бәйле һорауҙар һине генә түгел, барыһын да борсоп торор. Спортта уңыштар көтөлә. Ай аҙағында аҡса эшләп буласаҡ.

Арыҫлан . Мажаралы ваҡиғаларға бай ай. Яңы проекттар башҡарырһың. Ижад итеү һәм ял бергә барыр. Аҡса төшөр, тик ул күпкә етмәҫ кеүек. Сентябрь аҙағында кеше араһында йөрөү файҙалы булыр.

Ҡыҙ Яңы эштәргә тотонорһоң, тик барыһы ла барып сыҡмаҫ, күрәһең. Кәрәкмәгән, ялҡытҡан әйбереңде ташларға кәңәш ителә. Ай аҙағында үҙеңә йә йортоңа нимәлер һатып алырһың, был һине шатландырыр.

Үлсәү Уҡыу һәм эш мәсьәләһе алға сығыр. Уларҙа яңылыҡтар булыр, шуға ла коллектив менән мөнәсәбәттәр ҙә үҙгәрер. Ғәйбәт ишетергә лә тура килер, бәлки. Был элекке дуҫтарыңдан булыуы бар. Ҡурҡма, ай аҙағына барыһы ла яҡшы хәл ителәсәк. Яҡындарың терәк булырға әҙер. Ә һин һәр һүҙеңә иғтибар ит, йәме.

Саян . Үҙгәрештәр, үҙгәрештәр... Уҡыуҙа, эштә алға китерһең, был бөтәһенә лә оҡшамаҫ. Юл төшөп тора. Бәләкәстәргә иғтибар бүл. Ай аҙағы уңышлы буласаҡ, ти йондоҙҙар.

Уҡсы Өйгә, хужалыҡҡа, ғаилә ағзаларыңа иғтибар кәрәк. Яңы эш башлау отошло. Конфликтҡа инмә. Хаталанмаҫҡа тырыш.

Кәзәмөгөҙ Эш урынында йә уҡыуҙа үҙгәрештәр булыр кеүек. Яратҡан кешеңә ваҡыт бүлергә кәрәк. Юлдарҙа иғтибарлы булырға кәңәш итәбеҙ. Аҡса менән дә һаҡ эш ит.

Һыуғояр . Онотолған таныштарың килеп сығыр, уларҙан ярҙам тейер. Ай аҙағына ҡарай уңыш йылмайыр. Ғөмүмән, уҡыуҙа йәки эштә яңы мөмкинлектәр тыумаҡсы.

Балыҡ . Төрлө ваҡиғалар күп булыр. Элекке танышың тормошоңдо үҙгәртеп ебәрер, бәлки. Кәрәкмәгән мөнәсәбәттәрҙән ҡотолоу өсөн яҡшы мәл. Спорт, ижад, йорт-ҡура, балалар менән эшләү кеүек өлкәләрҙә уңыш йылмайыр. Ай уртаһында юлдарҙа иғтибарлы бул.

 

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: