Ыласындарҙың был төрө баш ҡалалағы төп Уралсиб банкыһының ҡыйығында инде 20 йылға яҡын оя ҡора. Ҡыҙыҡ, эйеме? Сөнки улар тәбиғәттә генә – ҡаяларҙа йәшәй бит. Белгестәр фаразлауынса, эргәлә генә өс йылға ағыуы, тирә-йүндәге йәшеллек арҡаһында сапсандар был урынды тәбиғи мөхит тип уйлай.
2019 йылдан бирле ҡыйыҡта видеокүҙәтеү тора. Унда сапсандарҙың бала сығарыуын, кескәй ҡошсоҡтарҙың ҡанат нығытыуын тура эфирҙа ҡарарға була. Ошо арауыҡ эсендә 11 ҡошсоҡ тыуған. Июндә донъяға килгәненә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Бүләк тигән исем ҡушты.
Ә һәйкәлгә килгәндә, ул банктан йыраҡ түгел. Бейеклеге – 3,3 метр. Металл ҡоролма ваҡ ҡына өлөштәрҙән – меңәрләгән Башҡортостан картаһынан тора. Уларҙы айырым яһағандар, һуңынан бер-береһенә йәбештергәндәр. Иғтибар итһәгеҙ, ошондай уҡ алым менән Ағиҙел яры буйындағы “сарматтар алтыны” – бәһлеүән айыу һыны эшләнгән. Сапсандар ғаиләһенә һәйкәл уларға хөрмәтте, ҡала менән тәбиғәттең берлеген һынландыра.