-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
3 Октябрь , 15:04

Тейендәр – иң шәп баҡсасы

Хайуан-ҡоштар тормошонан Факил МЫРҘАҠАЕВ ағайығыҙ ҡыҙыҡлы факттар тәҡдим итә. Мәҫәлән, һуҡыр сысҡан бер төндә 300 метрға ҡәҙәр тоннель ҡаҙый...

Тейендәр – иң шәп баҡсасы
Тейендәр – иң шәп баҡсасы

* Бал ҡорттары дүрт ҡанаты ярҙамында гөжләй, улар бер минутта 11 мең 400 тап-ҡыр ҡанат ҡаға. Осоу тиҙлеге – сәғәтенә 25 километр.
* Бөрсәләр һикереп кенә йөрөй ала, тәпәйҙәрендәге мускулдар катапульта һымаҡ. Мускулдар көс туплап «атҡас», бөрсә һикерә.
* Зебралар дошмандарынан ҡасыу өсөн кәкерсәкләп йүгерә.
* Ярғанат – осорға һәләтле берҙән-бер һөт­имәр.
* Бөркөт сәғәтенә 250 километр тиҙлектә оса ала.
* Сиңерткә үҙенең кәүҙәһенән 20 мәртәбәгә оҙонораҡ араға һикерә.
* Энәғараҡ теләһә ҡай­һы йүнәлештә – алға, арт­ҡа һәм уңға, һулға оса ала. Улар – иң тиҙ осоусы бөжәктәр, тиҙлектәре сәғәтенә 100 километрға етә.
* Австралиялағы дөйәғошҡа оҡшаған иң ҙур ҡош – эму осмай, артҡа ла йөрөй алмай.
* Филдең теш ауырлығы 9 килограмға тиклем етә.
* Гигант кальмарҙың күҙе баскетбол тубы ҙурлыҡ.
* Тиреҫ ҡуңыҙҙары үҙ ауырлығынан 50 тапҡырға күберәк йөк ташый.
* Яңы тыуған фил быҙауының ауырлығы – 100 килограмм.
* Зәңгәр филдең ауырлығы – өс киттыҡы хәтлем.
* Хамелеондар күҙҙәрен бер үк ваҡытта төрлө яҡҡа хәрәкәтләндерергә һәләтле.
* Тейендәр – иң шәп баҡсасы. Уларҙың орлоҡтарҙы ҡайҙа йәшереүен онотоуы арҡаһында донъяла миллиондарса ағас үҫә.
* Ҡырмыҫҡалар бер ваҡытта ла йоҡламай. Бының урынына улар көнөнә ике тапҡыр һигеҙәр минут ял итә. Королева ҡырмыҫҡаның ялы – 90 минут.
* Басенджи – өрмәүсе бер­ҙән-бер эт. Тыуған ере – Африка.
* Дельфиндарҙың яр­ты мейеһе генә йоҡлай. Икенсе яртыһы был ваҡытта уяу була, тирә-йүнде күҙәтә.
* Аҡҡоштоң тәнендә 25 меңдән ашыу ҡаурый бар.
* 20 метр оҙонлоҡтағы йыланбалыҡ 12 лампочка яндырырға етерлек энергия эшләп сығара.
* Креветканың йөрәге – башында.
* Ҡомаҡтарҙы ҡытыҡлаһаң, улар көлә.
* Һуҡыр сысҡан бер төндә 300 метрға ҡәҙәр тоннель ҡаҙый.
* Диңгеҙ бесәйе ике сәғәт һулыш алмай тора ала.
* Крокодилдар телен сығара алмай.
* Аҡ айыуҙар – һулаҡай.
* Ҡусҡар өс йыл рәттән йоҡлай.
* Бүре бер юлы 20 килограмм ит ашай ала.
* Арыҫлан ике йәш тулмайынса ырылдай алмай.
* Император пингвиндары 500 метр тәрәнлеккә хәтлем сума ала. 18 минут буйы тын алмаҫҡа һәләтле.
* Һыуырҙар үҙҙәренә ҡурҡыныс янаһа – һыҙғыра.
* Ламаның тояҡтары юҡ.
* Дөйә ике аҙна һыу эсмәй йәшәй ала.
* Шакалдың балалары ер аҫтында тыуа.
* Гөбөргәйелдәрҙе тауышынан айырып була: инәләре ырылдай, аталары ыҫылдай.
* Тарантул үрмәксеһе ашамайынса ике йыл йәшәй ала икән.
* Ирландияла, Исландияла, Гренландияла һәм Антарктидала йыландар юҡ.
* Сысҡандарҙың һөйәге кешенекенә ҡарағанда күберәк: уларҙа – 230-ға яҡын, ә кешелә – 206.
* Йыландар күҙ ҡабағы аша күрә.
* Ҡаҙҙар ҡара көртмәле ярата.
* Сахара ҡомлоҡтарындағы көмөш ҡырмыҫҡалар 158 градус эҫелектә лә йәшәй.
* Аҡсарлаҡтар тоҙло һыу эсә ала. Улар­ҙа организмдан артыҡ тоҙҙо сығарыусы махсус биҙҙәр бар.
* Ҡыҙыл пандалар йомшаҡ ҡабарынҡы ҡойроғон йылыныр өсөн юрған итеп фай­ҙалана.
* Һиндостанда 50 миллион маймыл бар.
* Япон макакалары (маймыл төрө) сауҙ­а автоматтарынан тауар һатып алырға өйрәнгән.
* Әгәр арыҫлан менән аҡ айыуҙы һуғышырға өйрәтһәң, аҡ айыу еңә.

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: