-4 °С
Ясно
VKOKМакс
Былар ҡыҙыҡлы
3 Декабря 2024, 10:15

Декабрь айына йондоҙнамә

Үлсәү ♎. Әҙерәк туҡтап, үҙеңә ял биреп ал. Йәмғиәттәге, мәктәптәге урының хаҡында уйланырһың. Ижад менән шөғөлләнеүселәр уны аҡсаға әйләндереү ысулын эҙләр. Блогерҙар уңыр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Декабрь айына йондоҙнамәДекабрь айына йондоҙнамә
Декабрь айына йондоҙнамә

Ҡуҙы ♈. Ваҡиғалар яй ғына барыр, ниндәйҙер буталсыҡ хәлдәр ҙә килеп сығыр. Элекке шөғөлдәрең менән булышҡың килеп китер кеүек. Был хатта аҡса ла килтерер, ти йондоҙҙар.

Буға ♉.Йылдың һуңғы айын өйгә һәм үҙеңә бағышларһың. Әйткәндәй, алдағы йылдарҙа һине ҙур үҙгәрештәр көтә. Әле үк уларға әҙерләнә тор. Ай аҙағында иһә эш өҫтәлер.

Игеҙәктәр ♊. Һинең өсөн иң аңлашылмаған осор етте. Ауырлыҡтар килеп сығыуы бар. Көндәлек яҙыу, дуҫың менән эс серҙәреңде бүлешеү, китап уҡыу ярҙамға килер.

Ҡыҫала ♋. Әле шөғөлләнгән эштәрең менән ҡәнәғәт булмауыңды һиҙерһең. Үҙгәреш кәрәк кеүек. Тик һинең теләгең юҡ, шикелле. Борсолма, барыһы ла яҡшыға.

Арыҫлан ♌. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ауырлыҡ һиҙелә. Һөйгән йәрең менән, киреһенсә, барыһы ла шыма барыр. Башҡалар хаҡында уйларға ла тура килер.

Ҡыҙ ♍. Билдәһеҙлек йонсотор. Йә бер эште күсерергә, йә икенсеһен туҡтатып торорға тура килер. Кемдер ярҙамыңа мохтаж булыр. Ҡырҡа үҙгәрештәр яһамаҫҡа кәңәш ителә.

Үлсәү ♎. Әҙерәк туҡтап, үҙеңә ял биреп ал. Йәмғиәттәге, мәктәптәге урының хаҡында уйланырһың. Ижад менән шөғөлләнеүселәр уны аҡсаға әйләндереү ысулын эҙләр. Блогерҙар уңыр.

Саян ♏.  “Эҫе” ай! Эштә, уҡыуҙа ҙур уңыштар көтөлә. Ғаиләңә, туғандарыңа ла иғтибар биреү кәрәгер. Тормошоңда үҙгәрештәр булыр. Августағы хәл-ваҡиғалар ҡабатланыуы бар.

Уҡсы ♐. Нимәгәлер өйрәнеү, элекке мәсьәләләрҙе ҡабаттан ҡарау талап ителә. Йәй көнө ғаиләлә конфликт булманымы? Шул хәлдәр ҡабатланыр кеүек. Был проблемалар яҙға ҡарай яҡшы хәл ителер.

Кәзәмөгөҙ ♑. Ноябрҙә башҡарған эштәреңдең һөҙөмтәһен күрерһең. Аҡса мәсьәләләре киҫкен торор. Берәй бизнесҡа ла тотоноп китеүең бар.

Һыуғояр ♒. Иң мөһим айҙарҙың береһе килде. Элекке, ялҡытҡан бәйләнештәрҙе өҙөргә була. Хаталарың өҫтөңдә эшлә. Ҡайһы бер эштәрҙе, мөнәсәбәттәрҙе ҡабаттан ҡарап сыҡ, төҙәт, яйға һал.

Балыҡ ♓. Һаулығыңды ҡайғырт. Ғәҙәттәреңде ҡарап сыҡ: үҙгәрештәр кәрәкмәйме икән? Ҙур эштәр башҡара алаһың.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас