Һиндостан
Был илдә ағасҡа кейәүгә сығалар йә уны кәләш итеп алалар. Йола буласаҡ тормош иптәше туйҙан һуң һәләк булып ҡуймаһын өсөн эшләнә. Тәүҙә банан ағасы менән өйләнешәләр ҙә, һуңынан уны ҡырҡып алып яндырып, ысын һөйгән йәрҙәре менән туй үткәрәләр икән.
Ә иң ярлы һаналған Бихар штатында кейәү егетен урлау йолаһы бар. Унда бирнә егет яғына түләнә, шуға ла артыҡ аҡсалары булмаған ата-әсә ҡыҙҙарына уны урлап килтерергә мәжбүр.
Мексика
Ҡайһы бер ҡәбилә вәкилдәре бер-береһе менән һыҙғырып аралаша икән. Һәр пар үҙҙәре генә аңлаған көй сығара.
Уэльс
Беҙҙә сәскәләр гөлләмәһе бүләк итһәләр, кельт халҡында XVI быуаттан алып егеттәр ҡыҙҙарға ҡалаҡ бирә башлай. Уны буласаҡ кейәү үҙе матурлап, һырлап эшләргә тейеш була. Ҡыҙ бүләкте ҡабул итһә, тимәк, аралашырға риза.
Ҡытай
Ҡыҙҙар тойғоларын ҡулъяулыҡҡа төрөлгән махсус әйберҙәр ярҙамында аңлата. Мәҫәлән, ике таяҡса һалһалар – «яратам», борос – «аралашҡым килмәй» тигән һүҙ.
Тағы бер сәйер йола: туцзя халҡында туйға хәтлем бер ай ҡалыуға буласаҡ кәләш илай башлай. Көнөнә бер сәғәт булһа ла күҙ йәше түгергә тейеш ул!
Мавритания
Бында ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән ныҡ ашаталар, ти. Тулы кәүҙәлеләр матурлыҡ һәм һаулыҡ билдәһе һанала. Шуға улар кейәүгә уңышлы сыға.
Таиланд
Чианграй провинцияһында ҡыҙҙы осрашыуға сығарыр өсөн егет уның ата-әсәһенә түләй. Билдәле бер хаҡ биргәндәр иһә уны кәләш итеп тә ала.
Шотландия
Элегерәк туй алдынан кейәү менән кәләшкә сүп-сар, ҡалдыҡтар бәргәндәр. Ошондай сүрәттә улар ҡала буйлап үткән. Йоланың мәғәнәһе шунда: бындай мыҫҡылға түҙә алғандарҙың мөнәсәбәттәре киләсәктә ныҡлы буласаҡ.
Көньяҡ Корея
Был илдә Изге Валентин көнө 12 тапҡыр билдәләнә. Һәр айҙың 14-ендә байрам итәләр уны. Был көн төрлөсә атала: Йәшел көн, Раузалар көнө, Үбешеүҙәр көнө, Әфлисундар һәм Кино көнө, Ҡосаҡлашыуҙар көнө...