2025 йыл – Йәшел ағас йыланы йылы. Ул нимәләр вәғәҙәләй икән? Бөтәгеҙ ҙә ниндәйҙер мөғжизә көтәлер әле. Әйҙәгеҙ, йондоҙҙар юрауына күҙ һалайыҡ.
Сысҡан
(2008, 2020)
Эшһөйәрҙәр уңыр. Финанс мәсьәләләренә иғтибар ит: хәлдәрең ярайһы уҡ уңышлы булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың үҙгәреп китеүе лә бар. Мөмкин тиклем күберәк файҙа алыр өсөн сығымдарыңды ентекләберәк планлаштыр. Бәлки, яңы килем сығанағы табырғалыр? Проблема килеп тыуһа, дуҫтарың ярҙамға килә ала. Күптән хәл ителмәгән эштәр тамамланыуға яҡынлаша. Һиңә киләһе йылда һауа торошона ла иғтибар итергә кәрәк: ҡайһы бер пландарыңдың бойомға ашыу-ашмауы шунан тора. Сәйәхәт иткәндә һаҡ бул. Дөйөм алғанда, йыл уңышлы булырға оҡшай. Иң мөһиме – яҙмыш биргән мөмкинлектәрҙе ҡулыңдан ысҡындырма!
Үгеҙ
(2009, 2021)
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар өсөн дә йыл ярайһы уҡ яҡшы буласаҡ. Йылан төрлө бәйләнештәр барлыҡҡа килтереү өсөн күп мөмкинлектәр аса. Элекке таныштарың аша яңылары килеп сығыр. Уҡыуыңда, карьера төҙөүҙә ҡамасаулаусылар булыуы ихтимал. Аҡса яғы тотороҡло ғына, бәлки, берәй шөғөлөңдө килемгә әйләндерерһең әле. Рухи үҫеш күҙәтелә, ижад менән шөғөлләнеү өсөн бик яҡшы мәл. Туғандарыңа иғтибар бүлергә тырыш, һинең иғтибарыңа мохтаждар бар. Уларға ҡарата түҙемлерәк бул.
Юлбарыҫ
(2010, 2022)
Йылан йылында энергияң ташып торор. Быға көнләшеүселәр ҙә булыр. Кешеләр менән аралашҡанда ауырлыҡтар һәм аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуһа, фекереңде аныҡ һәм тура әйт, һөйләшеүҙән ҡасма. Йыл дауамында ниндәйҙер күңелһеҙ хәлдәргә эләгеү хәүефе лә бар, иғтибарлы бул! Шуға экстремаль спорт менән шөғөлләнмәҫкә, артыҡ хәүефле сараларҙа ҡатнашмаҫҡа, алдан барыһын да планлаштырырға һәм үҙ именлегең тураһында уйларға кәрәк. Туғандарың, бигерәк тә олораҡтары хаҡында күберәк ҡайғырт: уларға ярҙамың кәрәк булыуы ихтимал. Мәҫәлән, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк булһа, бергә йөрө. Дөйөм алғанда, бөтә эштәр ҙә еңел генә бирелмәйәсәк, шуға алдан маҡсаттар билдәләү ярҙам итер.
Ҡуян (Бесәй)
(2011, 2023)
Был билдә вәкилдәре еңел һулай ала: быйыл, ниһайәт, уңышһыҙлыҡтар урынына уңыш килә. Һине яҡшы кешеләр уратып аласаҡ, уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә лә була. Уҡыуҙа, эштә барыһы ла яҡшы. Ә бына һаулыҡ һәм ғаиләләге мөнәсәбәттәр йәһәтенән уңыш менән уңышһыҙлыҡ сиратлашып йөрөр кеүек. Тирә-йүндәге кешеләргә ярҙам итеүҙән баш тартма: яҙмыш һине бының өсөн бүләкләйәсәк. Өйҙә ремонт менән шөғөлләнә алаһың, был үҙгәрештәр кәйефеңде күтәрер. Тағы бер кәңәш: хайуандар менән һаҡ бул.
Аждаһа
(2000, 2012, 2024)
Йылан йылы һинең өсөн алдағыһының дауамы буласаҡ. Әгәр былтыр уңышлыраҡ мәлдәр күберәк булһа, тимәк, быйыл да шулай. Ә әллә ни иҫ киткес үтмәне икән, быйыл да ҙур ыңғай үҙгәрештәр көтмә. Яңғыҙ Аждаһаларҙың үҙ мөхәббәтен осратыу мөмкинлеге бар. Яңы шарттарға һәм ҡағиҙәләргә яраҡлашырға тура килер, әммә быны еңел генә хәл итерһең. Һаулығыңа иғтибарлы бул: бигерәк тә дөрөҫ туҡланыу ҡамасауламаҫ.
Йылан
(2001, 2013)
2025 йыл яңы мөмкинлектәр асыр. Мөхәббәтеңде осратырға, торлаҡ алырға йәки карьера буйынса үрләргә була. Ғөмүмән, бөтә глобаль башланғыстар уңышлы! Ә бына тимер әйберҙәр менән һаҡ булырға кәрәк: машиналар, төрлө техника йәки спорт залындағы гантелдәрҙән дә ҡурҡыныс янауы бар. Шуға хәүефле урындарҙан алыҫыраҡ тор, йәме. Шәхси тормошоң тураһында ла артыҡ һөйләнеп йөрөмә, сөнки донъяла көнсөлдәр күп.
Ат
(2002, 2014)
Ярайһы уҡ тотороҡло йыл көтөлә. Карьера алға барыр, яңы шөғөл табырһың. Быйыл, ғөмүмән, ижади һәләтең асылып китер кеүек. Ә бына һүҙҙәреңә иғтибарлы бул: айырыуса таныш булмаған кешеләргә үҙең тураһында артыҡ мәғлүмәт бирмә. Ир-ат яғынан ярҙам килер, улар ниндәйҙер проблема тыуғанда терәк булып торор. Яңғыҙ Аттарҙы өмөтлө танышыу көтә. Дөйөм алғанда, яҡшы йыл.
Кәзә (Һарыҡ)
(2003, 2015)
Ярайһы уҡ тыныс осор килә. 2024 йыл менән сағыштырғанда, быйылғыһы килемлерәк тә булыр: бының өсөн бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырма. Ғөмүмән, үҙеңә генә ышанырға тура килер, хатта яңғыҙлыҡ тойғоһо кисереүең дә бар. Яҡындарың менән йәки эштә, уҡыуҙа аңлашылмаусанлыҡтар булыуы ихтимал. Төрлө ауырлыҡтар булдырмау йәһәтенән үҙеңде һаҡларға кәңәш итәбеҙ. Мәҫәлән, сәйәхәт иткәндә ипләп йөрө. Йылан йылында күберәк изге эштәр башҡарһаң, уңыш һинең яҡта буласаҡ.
Маймыл
(2004, 2016)
Һиңә быйыл төрлө кешеләр менән бәйләнеш булдырырға, яңы таныштар табырға кәрәк. Шулай ҙа икенсе енес вәкилдәре менән аралашыуҙа мөмкин тиклем һағыраҡ бул. Киләсәккә пландар ҡороп, уйҙарыңды тәртипкә килтереп ал. Яңы белем үҙләштереү өсөн шәп мәл. Әхирәттәрең, ҡыҙ туғандарың ярҙамында ла уңышҡа өлгәшергә була. Ә бына документтарҙа буталыш килеп сығыуы бар, шуға бөтә мөһим нәмәне теркәп ҡуй. Аралашыу күп булыуға ҡарамаҫтан, яңғыҙлыҡ тойғоһо кисереүең мөмкин. Күңелһеҙләнмә, барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Әтәс
(2005, 2017)
Проблема килеп тыуғанда ярҙам көтөлмәгән урындан килеүе мөмкин. Кешеләр менән аралашыу яйға һалыныр. Йылан йылы – нимәнелер өйрәнеү һәм белемде тәрәнәйтеү өсөн бик яҡшы осор. Күп кенә башланғыстарҙа ҙур уңыш көтә һине. Тик тырышырға ғына кәрәк. Аҡса яғынан хәл тотороҡло буласаҡ. Быйыл берәй ергә сәфәргә сығырға ла ярай. Был хис-тойғоларҙы тәртипкә килтерергә, кәйефте күтәрергә ярҙам итәсәк. Йәнә төрлө идеяларҙы шик аҫтына ҡуясаҡһың, быныһы кәрәкмәҫ: үҙеңә ышан һәм барыһы ла килеп сығыр
Эт
(2006, 2018)
Һинең өсөн уңышлы ваҡыт етте. Төп маҡсатың аҡсаға бәйле булыр, килемеңде арттырырға тырышырһың, төрлө юлдар эҙләрһең. Тик бөтә аҡсаны тиҙ генә сарыф итергә кәрәкмәҫ. Яңғыҙаҡтар үҙҙәренең парын осратыр. Өйҙә ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар булыуы ихтимал, шуға күрә яҡындарыңды тыңла һәм улар менән конфликтҡа инмәҫкә тырыш. Ғөмүмән, ҡыйыу рәүештә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм алға барырға кәңәш ителә. Тырыш булһаң, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырһың.
Сусҡа
(2007, 2019)
Йыл ябай ғына булмауы ла мөмкин. Шуға күрә һиңә ҡәнәғәтлек, бәхет килтергән эштәр менән шөғөлләнергә кәрәк. Был ғаиләгә, эшкә, уҡыуға, ижадҡа ҡағылышлы була ала. Бөтә маҡсаттарға ла ирешергә мөмкинлек бар. Яҡшы табыш һәм алға китеш вәғәҙә иткән эшлекле сәйәхәттәр ҙә килеп сығыр. Дөйөм алғанда, йыл сәфәрҙәр өсөн яҡшы буласаҡ. Аҡсаңды һаҡсыл тотон, сығымдарыңды планлаштыр. Ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал, әммә уларҙан ҡурҡырға һәм сигенергә кәрәкмәй. Һаулығыңды нығытып ал.
ӨМӨТБИКӘ апайығыҙ.