Эт – беренсе булып ҡулға эйәләштерелгән йәнлек. Әлегә осорҙа йорт эттәренең 400-ләп тоҡомо бар. Уларҙың һәр береһе кешегә тоғро, файҙалы. Сик һаҡлаусы, йорт-ҡураны ҡурсалаусы, һунарсы, көтөү көтөүсе, һуҡырҙарҙы эйәртеп йөрөтөүсе, йәнә башҡа тәғәйенләнештәге эттәр бар. Яу ҡырҙарында улар яралыларҙы һәләкәттән ҡотҡарған, ер тетрәү кеүек фажиғәләр ваҡытында бәләгә тарығандарҙы эҙләшә, таможняла закон боҙоусыларҙы – йәшерен әйбер сығарырға маташыусыларҙы тота, хатта мәғдән ятҡылыҡтарын таба ала.
Рәсәйҙә 22 миллион 600 меңдән ашыу эт иҫәпләнә. Буйға иң оҙондары – немец догы һәм бүре тотоусы ирланд эте. 1955 йылда тыуған Шамгрет Данзас ҡушаматлы немец догының буйы 105,4 сантиметр булған. Ә инде йөндәрен ҡабартып ебәрһә, 106,6-ға тиклем еткән.
Бродбридж Майки ҡушаматлы бүре тотоусы ирланд этенең (1920 – 1929) бейеклеге 103,3 сантиметр булған.
Донъялағы иң бәләкәс эт – Пинатс ҡушаматлы чи-хуа-хуа эте. Уның оҙонлоғо – 25 сантиметр, бейеклеге – 14 сантиметр, ә ауырлығы – 630 грамм ғына. Инглиз мастифы һәм сенбернары – донъялағы иң ауыр эт тоҡомдары: 170 – 200 килограмм.
Иң ҡарт эт 29 йыл йәшәгән. Ул – Австралиялағы Блуи ҡушаматлы көтөүсе эте.
Улар йомарланып йоҡлай, кешеләр кеүек үк, төштәр күрә. Донъяла бер үк төрлө моронло булғандары юҡ икән.
Эттәр һыуыҡҡа бирешмәй. Аляска маламуты 50 градус һыуыҡҡа ла түҙә.
Иң аҡыллы эт тоҡомо булып бордер-колли һанала.
Эттәргә шоколад зыянлы. Унда уларҙың үҙәк нервы системаһын һәм йөрәк мускулын зарарлаусы теобромин бар.
Эттәр өс тоннаға яҡын йөктө урынынан күсерә ала. 1978 йылдың 21 июлендә Райттес Бренди Беар ҡушаматлы сенбернар 2 мең 905 килограмлыҡ тимер юл рельстарын шылдырған. Был эттәр донъяһындағы иң ҙур рекорд һанала.
Этегеҙ ни әйтергә теләй?
Өйөгөҙҙә эт бармы? Уның ҡыланыштарынан, холоҡ-фиғелдәренән бер-берегеҙҙе аңлайһығыҙмы?
* Тештәрен ыржайтып, хәрәкәтһеҙ ҡала. – Яҡын килмә, юғиһә, тешләйем.
* Ҡолаҡтары елкәгә табан ҡыҫылған, йөндәре ҡабарған, ауыҙ мөйөштәре тартылған. – Был – минең һуңғы иҫкәртеүем, әтеү өҫтөңә ташланам!
* Янаулы ырылдап өрә. – Мин һине иҫкәртәм.
* Ҡойроғо дерелдәй, йөнө ҡабарған, ҡиәфәте уҫал. – Миңә бер аҙым да яҡын килмә, тешләйем.
* Башын эйеп ҡатып ҡала, йөнө ҡабарған, ҡойроғо артҡа йүнәлтелгән. – Был – минең ташланыр алдынан һуңғы иҫкәртеүем.
* Һинең тирәләй һикереп, «бейеп» йөрөй. – Һинең тағы эргәмдә булыуыңа шатмын.
* Битеңдән ялай. – Мин һине яратам.
* Иркәләнеп, һиңә һыйына. – Һин эргәлә саҡта миңә ҡурҡыныс түгел.
* Һиңә мороно менән төртөлә. – Мине һыйла. Йәки: миңә ашарға бир.
* Арҡаһына ятып, аяҡтарын бөгә. – Мине әҙерәк иркәләп ал. Йәки: минең менән уйна әле.
* Башын тубығыңа һала. – Мин һине яратам.
* Шатланып ҡойроғон болғай. – Эргәмдә булыуың ҡалай һәйбәт.
* Ҡолаҡтарын артҡа ебәреп, ҡойроғон ҡыҫа, тештәрен күрһәтә. – Мин һинән ҡурҡам. Яҡын килһәң, тешләйем.
* Йөнөн тарағанда, тештәрен ыржайта. – Ауырттырҙың. Ҡара уны, күрмәгәнеңде күрһәтермен.
* Һине йомшаҡ ҡына тешләй, кейемеңдән тарта. – Һине яратам, мине лә яратыуыңды теләйем.
Фото: Л. Раилова.