Бесәйҙәрҙең 33 төп тоҡомо бар. Өйҙә йәшәүселәренең һаны 500 миллионға етә. Австралия «Бесәйҙәр иле» тип иҫәпләнә, бында һәр өйҙә тиерлек уны аҫрайҙар.
Ҡайһы бер илдәрҙә мыяуҡайҙарҙың пенсия алырға хоҡуғы бар. Австралияла, мәҫәлән, иген келәттәрен һаҡлаусы бесәйҙәргә пособие ҡаралған. Аҡса урынына ит, һөт, һурпа һәм башҡа аҙыҡ-түлек бирәләр.
* Бесәйҙәр – мәсеткә инергә рөхсәт ителгән берҙән-бер йәнлек.
* Иң бәләкәй ҡырағай бесәй – ҡара аяҡлы ата бесәй, ауырлығы – 1 килограмм 200 грамм, буйы – 50 сантиметр.
* Бесәйҙәрҙең йөрәге минутына уртаса – 110 мәртәбә, кешенекенән 2 тапҡырға тиҙерәк тибә. Ҙур бесәйҙәрҙең – 30, балаларында 26 теш бар. Ярты йәштә һөт тештәре төшә. Тән температураһы – кешенеке һымаҡ: 38 градус. Еҫте беҙгә ҡарағанда 14 тапҡырға көслөрәк тоялар, был уларға кеше күҙ алдына ла килтермәгән еҫте һиҙергә мөмкинлек бирә. Ер тетрәүен, янғындарҙы, һыу баҫыуҙы һәм башҡа бәлә-ҡазаларҙы алдан һиҙәләр. Төҫтө үҙҙәренсә күрәләр. Мәҫәлән, улар өсөн үлән ҡыҙыл төҫтә. Шул уҡ ваҡытта ҡараңғыла һәйбәт күрәләр. Тәүлегенә 18 сәғәткә яҡын йоҡлайҙар.
Бесәй һиңә табышын, әйтәйек, сысҡан килтерһә, бының өсөн әрләргә түгел, ә маҡтарға кәрәк, сөнки ул һинең хаҡта хәстәрлек күрә, һыйларға теләй. Белеп ҡуй, әгәр бесәйең өйөгөҙгә килгән кешегә ырылдаһа, тимәк, был ҡунаҡтың уй-ниәте насар, уға иркәләнһә – маҡсаты изге.
Нисек аралашаһығыҙ?
Бесәйеңдең ҡылыҡтарын өйрәнеп, холоҡ-фиғеленә күнегеп бөткәнһеңдер. Шулай ҙа дүрт аяҡлы дуҫыңдың бөтә ҡыланыштарын да дөрөҫ аңлайһыңмы икән? Тикшереп ҡара.
* Ҡолаҡтарын торғоҙоп, күҙҙәрен ҙур асҡан, йөҙө тыныс, йыйырылмаған. – Дуҫтарса ышаныусан ҡиәфәт.
* Түңәрәк күҙҙәр миндаль рәүешен ала, туп-тура торған ҡолаҡтары ике яҡҡа ауыша. – Мин һиңә ышанмайым.
* Бышҡыра. – Мин риза түгел.
* Мырылдай, «йырлай». – Миңә рәхәт. Мин ҡәнәғәт.
* Ҡойроғон күтәреп, аяҡҡа ышҡына. – Миңә иғтибар ит, мине һыйпа.
* Ҡойроғон ныҡ юғары күтәреп, дерелдәтә. – Һин миңә бик оҡшайһың.
* Башы менән һиңә һыйына. – Мин һине яратам.
* Һине тәпәйе менән этә. – Минең менән уйна әле!
* Һырт йөнө ҡабарған. – Мин ҡурҡамын һәм ҡасырға теләйем.
* Йөнө бөтә кәүҙәһе буйлап ҡабара. – Минең ҙур, көслө булып тойолғом килә, мин һиңә ташлана алам.
* Тырнаҡтарын тырпайтып, тәпәйҙәре менән һелтәнә. – Бәйләнмә миңә.
* Ҡойроғо төшкән һәм ян-яҡҡа һелкенә. – Янымдан кит. Мин ҡәнәғәт түгел.
* Дүрт аяғына ла ятып иҙәнгә һырыша. Ҡолаҡтары елкәгә табан ҡыҫылған, ҡойроғоноң осо һелкенеп-һелкенеп ҡуя. – Мин килешергә мәжбүр. Әммә бер-бер хәл булһа, бурыслы булып ҡалмам.
* Арҡаһына әйләнеп ята һәм тырнаҡтарын сығара. – Миңә теймә, юғиһә, тырнаша, тешләшә башлайым.
* Тәпәйен күтәрә. – Мин ташланырға әҙер.
Әйткәндәй, Японияла бесәй телен кеше теленә тәржемә итеүсе донъяла беренсе бәләкәй компьютер уйлап тапҡандар. Бесәйҙең уй-теләктәрен ул япон телендәге 200 һүҙбәйләнеш аша белдерә: «Ашағым килә», «Йоҡлап алыр инем», «Мин һине яратам».
Ф. СӘЛИХОВ.
Һүрәт: Бесәйем пианинола йоҡлай.
Аделина ЧЕМБАРИСОВА, VI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы.