1. Белгестәр даими рәүештә самалап ҡына ҡәһүә эсеүселәрҙең ғүмере оҙонораҡ була икәнен асыҡлаған.
2. Илебеҙҙә яман шешкә ҡаршы яңы вакцина уйлап табылған. Тиҙҙән үҙ теләге менән уны һынап ҡарарға теләүселәрҙе йыя башлаясаҡтар.
3. Шәкәр диабеты менән ауырыусылар араһында тәүге тапҡыр тулыһынса һауығыусы кеше бар! Ул – Ҡытайҙан 59 йәшлек ир.
4. Газлы шәкәрле эсемлектәр, айырыуса энергетиктар, һаулыҡҡа ныҡ зыянлы икәнлеге иҫбатланған. Балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә психика менән бәйле проблемалар ҙа тыуҙыра икән улар.
5. Император пингвиндары тулыһынса тиерлек 2100 йылға юҡҡа сығыуы бар. Сөнки Антарктидала боҙ иреүен дауам итә, ҡошҡайҙарға йәшәр урын әҙәйгәндән-әҙәйә. Ғөмүмән, үтеп киткән йыл – метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫеһе, имеш.
6. Рәсәй ғалимдары ҡартайыуҙан һаҡлаусы вакцина яһай башлаған икән. Ул ғүмерҙе оҙонайтыр, тип фараз ителә. Белгестәр 100 йәшкәсә һәм унан да күберәк йәшәү ысулын асыҡлаған. Гендарҙа бер өлөштө алмаштырыу етә, ти.
7. Кеше мейеһенә тәүге тапҡыр нейрочип ҡуйылды. Ул фалиж һуғып, хәрәкәтләнә алмаған кешеләр өсөн бик файҙалы буласаҡ.
8. Айҙың беҙгә күренмәй торған яғынан грунт алып ҡайтҡандар. Был эш Ҡытай йыһан аппараты ярҙамында башҡарылған.
9. Астрономдар күк йөҙөндә бик боронғо галактика тапҡан. Уға 11,5 миллиард йәш, имеш!
Фото: yandex.ru.