Бер аҙнанан йорт хайуандары үҙ-үҙҙәрен ҡарай алмау сәбәпле үлеп бөтөүе бар. Өйҙән, хужалыҡтан ситкә сығып китеп аҙыҡ эҙләп табып ашай алыусылар тере ҡаласаҡ.
Эре предприятиелар – нефть эшкәртеү, атом электростанциялары туҡтап ҡала бит инде, ҡоролмалар сафтан сығып, янғындар, һыу баҫыуҙар башланыуы мөмкин. Әгәр радиация һәм нефть тарала башлаһа, үҫемлектәр ҡорой, хайуандар юҡҡа сыға.
Икенсерәк осраҡта (радиация таралмаһа, атом ҡоралы ҡулланылған булмаһа) кешеһеҙ бөтә баҫыу-сәсеүлектәрҙе үлән баҫасаҡ. Уларға төрлө ағыу һибелмәгәс, бөжәктәр яҡшыраҡ туҡлана башлаясаҡ. Тәбиғәт таҙарынырға тотонасаҡ.
Бер йылдан сүп-сар үләндәре бөтә донъяны баҫып аласаҡ: шоссе, асфальт юлдар...
50 йылдан йорт-ҡаралтылар емерелә башлауы бар. Сөнки уларҙы ҡарап, ремонтлап тороусы булмаясаҡ. 150 йылдан улар тулыһынса “боҙоласаҡ”.
500 йылдан йорттар урынын инде бер ни хәтерләтмәйәсәк: ул тирәне урман баҫып аласаҡ. Ә бына “мәңгелек” материалдан эшләнгән һауыт-һаба кеүек әйберҙәр нисек бар – шулай ятып ҡаласаҡ...
Фото: yandex.ru.