+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Былар ҡыҙыҡлы
8 Февраль 2025, 10:08

Сәскәләр донъяһында

Йыртҡыс үҫемлектәр ҙә бар. Себен тотоусы венерина, мәҫәлән, тоҙағы менән бөжәктәрҙе аулап «тамағын» туйҙыра.

Сәскәләр донъяһындаСәскәләр донъяһында
Сәскәләр донъяһында

Ерҙә 435 меңгә яҡын төр үҫемлек бар. Уларҙың 45 процент самаһы бик һирәк осрай. Тәү ҡараш­ҡа бөтә үҫемлектәр ҙә бер төрлө һымаҡ, ләкин флора донъяһы үҙенә башҡа бер төрлө булыуы һәм матурлығы менән шаҡ ҡатырған бихисап төрҙәрҙе йәшергән. Улар­ҙың һәр береһенең ғәжәйеп тарихы һәм үҙенсәлеге бар. Ҡайһы берҙәре башҡа планеталарҙан килгәндәй, ҡайһы берҙәре ғәҙәти булмаған формаһы һәм сағыу сәскәләре менән ғәжәпләндерә.

Бромелия – үҙенә һыу йыйыу­сы һәм төрлө хайуандар, шул иҫәптән тәлмәрйендәр өсөн йәшенеү урыны булдырыусы сәскә.
Раузалар 1 мең йылдан ашыу йәшәргә һәләтле. Иң ҡарт ҡыуаҡтарҙың береһе Хильдесхайм ҡалаһында (Германия) собор диуарында үҫә.
Титан ароиды – планеталағы иң ҙур сәскә, бейеклеге – 3 метрҙан ашыу!
Орхидея күп төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра, Ерҙә билдәле булған үҫемлектәрҙең дүрттән бер өлөшө уларҙың ғаиләһенә ҡарай.
Планеталағы иң ҡоро урында – Атакама сүлендә – бик һирәк яуған яуын-төшөмдән һуң, ҡабатланмаҫ матурлыҡ тыу­ҙырып, меңдәрсә сәскәләр уяна.
Король һыу лилиәһе. Ғәжәйеп был үҫемлектең япраҡтары үҙенсәлекле төҙөлөшлө, улар хатта бәләкәйерәк кешене лә күтәрә ала.
Көнбағыштарҙы бысранған туп­раҡты таҙартыу өсөн файҙаланырға мөмкин, сөнки улар ағыулы матдәләрҙе йоторға һәләтле.
Музыка сәскәләрҙең үҫеүенә булышлыҡ итә. Тикшеренеүҙәр көй уйнағанда уларҙың тиҙерәк һәм матурыраҡ үҫеүен күрһәткән.
Бамбук сәскәһе – һирәк күренеш: ағас бер нисә тиҫтә йылға бер генә тапҡыр сәскә ата һәм, ғәҙәттә, үлә.
Кактустар – тәбиғәттең ғәжәп күренеше. Уларҙың ҡайһы бер төрҙәре, иҫ киткес матурлыҡ һәм наҙлылыҡ тыуҙырып, йылына бер мәртәбә бер нисә сәғәткә генә сәскә ата.
Хуш еҫле күксин беренсе мөхәббәт һәм яғымлылыҡ символы булып иҫәпләнә.
Айыу баланы, боронғо легендалар буйынса, үлемһеҙлек һәм мәңгелек йәшлек менән бәйле.
Мимоза бик күп илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар байрамын символлаштыра, март башында сағыу сәскә ата.
Пеларгония – еҫе менән себендәрҙе ҡурҡытыусы үҫемлек.
Уҫаҡ сәскәһе бик һирәк осрай, сөнки ул, ғәҙәттә, вегетация ысулы менән үрсей.
Ҡарағай сәскә атмай, шулай ҙа уның тубырсыҡтары үҫемлектәр донъяһында ифрат ҙур роль уйнай.
Аконоит сәскәһе матур ғына түгел, ҡурҡыныс та – боронғо заманда уның ағыуын үлтереү ҡоралы булараҡ файҙаланғандар.
Ташҡа оҡшаған сәскәләр ҙә бар. Был тере таштарҙы литопс­тар тип атайҙар.
Йыртҡыс үҫемлектәр. Себен тотоусы венерина, мәҫәлән, тоҙағы менән бөжәктәрҙе аулап «тамағын» туйҙыра.
Йәсмин кеүек ҡайһы бер сәскәләр, романтик һәм серле мөхит тыуҙырып, беҙҙе төндә генә хуш еҫе менән ҡыуандыра.
Ҡаҙаяҡ – серле үҫемлек. Ул үҙ ғүмерендә бер генә мәртәбә сәскә атып һулый.
Секвойя – һуңлап сәскә атыу­сы боронғо ағас. Ул һирәк сәскәләнә, орлоҡтары янғындан һуң ғына шытып сыға.


Факил МЫРҘАҠАЕВ.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас