Былар ҡыҙыҡлы
7 Март 2025, 09:36

Бөгөн – Ләлә сәскәһе көнө

Дилбәр Рәхмәтова өсөн яҙ – үҙенсәлекле осор. Сөнки ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата ләләләр үҫтерә. Әле уның оранжереяһында өс меңгә яҡын сәскә баш ҡалҡытҡан. Дилбәр ханым Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортоноң "Медиаүҙәк – йәш журналистар студияһы" берләшмәһе уҡыусыларына был шөғөлө тураһында һөйләне.

Бөгөн – Ләлә сәскәһе көнөБөгөн – Ләлә сәскәһе көнө
Бөгөн – Ләлә сәскәһе көнө

Экскурсия мауыҡтырғыс булды. Сәскәләрҙе нисек ҡарарға кәрәклеген ентекләп һөйләне Дилбәр апайҙары. Март айында кешелектең гүзәл яртыһын ҡыуандырасаҡ ләләләр сентябрҙә үк ултыртыла. Артабан махсус климат булдырыла, температура ҡуйыла. Сәскәләр менән көн һайын һөйләшергә лә кәрәк икән!

Дилбәр ханым ләлә сәскәләренән гөлләмә яһау буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Һәр бала үҙ аллы эшләп ҡараны. Үҫмерҙәр сәскә үҫтереүсегә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе.

Тиҙҙән студияла ошо хаҡта ентекле репортаж әҙерләнәсәк. "Башҡорт ләләләре" сәскә фермаһына мауыҡтырғыс экскурсия һәм бүләктәр өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уңыштар һеҙгә!

 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

 

Бөгөн – Ләлә сәскәһе көнө
Бөгөн – Ләлә сәскәһе көнө
Бөгөн – Ләлә сәскәһе көнө
Бөгөн – Ләлә сәскәһе көнө
Бөгөн – Ләлә сәскәһе көнө
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас