Дуҫтар, бөгөн ҡоштар батшалығына сәйәхәт ҡылайыҡ әле! Улар бит төрлө-төрлө. Әйҙәгеҙ, иң-иңдәренә күҙ һалайыҡ.
Оҙон ғүмерлеләр. Дөйәғош – иң ҙур ҡош, бейеклеге – 2 метрҙан ашыу. Уның күҙҙәре мейеһенә ҡарағанда ҙурыраҡ. Ә кәүҙә ауырлығы 130 килограмға етә. Был ҡоштар 50 йәшкәсә йәшәй. Яңғыҙ ғүмер итә алмайҙар. Йомортҡаларын күп ваҡыт ата ҡоштар баҫа. Дөйәғош йомортҡаһын ҡаты итеп бешереү өсөн уны 1,5 – 2 сәғәт ҡайнатырға кәрәк. Ҡоштар араһында иң етеҙ йүгереүселәр ҙә улар: сәғәтенә 72 саҡрым үтәләр. Ғөмүмән, ҡоштар иректә 45 йылға тиклем йәшәргә һәләтле. Бөркөттәр бикле килеш – 50, ә ҡарсыға 25 йыл йәшәй ала.
Иң үткер күҙлеһе. Ҡарсыға кешегә ҡарағанда 8 тапҡыр һәйбәтерәк күрә.
Ҡанатһыҙҙары ла бар. Киви – ҡанаты булмаған берҙән-бер ҡош. Уларҙың ҡауырһындары һөйәктәренә ҡарағанда ауырыраҡ тарта. Малиновканың яҡынса 3 мең ҡауырһыны бар. Альбатрос ҡанаттарының киңлеге – иң ҙуры, ул 3 метр тәшкил итә. Ҡоштар тирләмәй. Уларҙың тән температураһы кешенекенә ҡарағанда 7-8 градусҡа юғрыраҡ. Йөрәктәре осҡанда минутына – 1 мең, ял иткәндә 400 тапҡыр тибә. Өкөнөң муйынында 14 умыртҡаһы бар. Ҡырағай ҡоштарҙың тәпәйҙәре ни бары өс бармаҡлы була.
Артҡа ла осалар. Фламинго бер аяғына баҫып йоҡлай. Ҡауҙылар осҡанда ергә төшмәйенсә лә серем итергә һәләтле. Дөйәғоштар, кивиҙар, казуарҙар, додо һәм пингвиндар атлап ҡына йөрөй. Аҡ башлы орлан аяҡтарын өҫкә күтәреп оса ала. Ҡара ҡарлуғас туҡтамайынса 4 йыл осоуы ихтимал. Какаду бик аҡрын йөрөй, уның ҡарауы, шәп оса, һунар ваҡытында тиҙлеге сәғәтенә 320 саҡрымға етә. Колибри – артҡа табан осоусы берҙән-бер ҡош. Уның ҡанаты секундына яҡынса 80 тапҡыр елпенә. Үҙе донъялағы иң бәләкәй ҡош һанала, ауырлығы – ни бары 2 грамм. Папуа пингвины бөтә ҡоштарҙан да тиҙерәк йөҙә, тәрәнгә сума: 483 метрға тиклем. Берғаҙан һөйәктәре еңел булыу арҡаһында бөтөнләй оса алмай.
Ашамһаҡтар. Колибриҙар – донъялағы иң ашамһаҡ ҡоштар. Улар бер көндә үҙ ауырлығынан ике мәртәбә күберәк ашай ала, ун минут һайын һыйланалар. Ҡарабаш турғай иһә балаларын көнөнә 1 мең тапҡыр ашата. Император пингвины туғыҙ аҙна буйына ашамай тора ала. Дала бөркөтө йомрандар менән туҡлана. Ыласын һауалағы ҡорбанына сәғәтенә 350 саҡрым тиҙлектә ташлана. Ата ҡарсыға ояһына аҙыҡ алып ҡайтҡанда был хаҡта инә ҡарсығаға алыҫтан уҡ ныҡ ҡысҡырып «һөйөнсөләй». Йыртҡыс ҡоштар табыштарын осҡанда тота. Ҡоштарҙың суҡыш формаһы уларҙың ҡырағай тәбиғәттә тапҡан аҙыҡ төрөнә тап килә.
Турғай – иң аҡыллыһы? Турғай иң «аҡыллы» ҡош иҫәпләнә, сөнки уның 100 грамм ауырлығына 4,5 грамм мейе тура килә.
Иң ауыры. Африка дрофаһы – оса белеүсе ҡоштар араһында иң ауыры, 20 килограмға тиклем етә.
Иң бәләкәй йомортҡа. Донъялағы иң ҙур йомортҡаны Мадагаскар ҡоштары – эпиорниктар һала. Колибриҙыҡы – иң бәләкәйе: диаметры – 12 миллиметр ғына. Кәкүк йомортҡаһын сит ояға һала. Күгәрсендәр йомортҡаларын яңғыҙ һала алмай. Улар мотлаҡ ата күгәрсенде күрергә тейеш.
Үлгәнгә һалышалар. Тауыҡтар – Ерҙә иң күп таралған ҡоштар. Улар үҙ ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн үлегә һалыша ала.
Факил МЫРҘАҠАЕВ.
Фото: yandex.ru.